-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2021, 12:55

Аттарҙа елеп кенә...

Баш ҡалабыҙ Өфөләге Яңы йыл “TERRA ZIMA” фестивале тағы ла бер күркәм сара – ат-сана экипаждары парады менән тамамланды.

Бында тиҫтәнән ашыу экипаж ҡатнашҡан. Жюри уларҙы “Иң дәртле экипаж”, “Иң матур егем”, “Иң үҙенсәлекле таныштырыу”, “Иң матур биҙәлгән сана” номинацияларында баһалаған.
Район мәҙәниәт һарайы бейеүселәре Илшат Хәбибуллин (Ҡыш бабай), Әҙилә Салауатова (Ҡарһылыу) һәм баянсы Наил Вәлиев (Яңы йыл символы Үгеҙ) һәм ат хужаһы Фәнис Фәхретдиновтан торған команда “Иң матур биҙәлгән сана” номинацияһында еңеп, “М. Видео” магазинының 10 мең һумлыҡ сертификатына лайыҡ булған. Сана ысынлап та бик матур – гжель техникаһы менән аҡ ерлеккә зәңгәр төҫтәге сағыу биҙәктәр төшөрөлгән. Был - мәҙәниәт һарайы рәссамдары Гөлназ һәм Николай Тихоновтарҙың ижад емеше. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың үҙҙәре менән таныштырыуы ла бик үҙенсәлекле булды – улар һөйләп кенә ҡалманы, Наил Вәлиев баянда һыҙҙырып ебәреүгә бейергә лә төшөп киттеләр. Артистарыбыҙ сығышын тамашасы алҡыштарға күмде.
Читайте нас в