-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ғинуар 2021, 13:05

Өҫтәлдәрҙә – милли ризыҡтар

Башҡорт теле көнөнә ҡарата районда уҙған “Бишбармаҡ” милли аш-һыу фестивале сиктәрендә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында башҡорт халҡының милли ризыҡтарына арналған бай эстәлекле сара ойошторолдо.

Байрамда уҡыусыларға башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиева башҡорт халҡының шифалы эсемлеге буҙа, технология уҡытыусыһы Рәмзилә Әнүәр ҡыҙы Ваһапова - бишбармаҡ, тәрбиәсе Рәшиҙә Хөсәйен ҡыҙы Бәхтейәрова өсмөйөш әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Балалар уларҙы ҡыҙыҡһынып ҡараны, төрлө һорауҙар бирҙе.
“Алтын ҡурай” ЯСЙ-е (етәксеһе – Г.Ш.Урманшина) милли ризыҡтарҙан һығылып торған бай аш-һыу өҫтәле әҙерләгәйне.
Бишбармаҡ, өсмөйөш бешеп сығыуға байрамға саҡырылған ҡунаҡтар һәм уҡыусылар ошо өҫтәл артында йыйылып, тәмле лә, файҙалы ла башҡорт аш-һыуы менән һыйланды.
Читайте нас в