-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Ғинуар 2021, 18:50

Быуындар бәйләнеше

Яңы йыл – балалар өсөн ысын мәғәнәһендә мөғжизәле, күңелле байрам ул. Малайҙар һәм ҡыҙҙар теләктәр теләй, бар хыялдарының тормошҡа ашырына ышана.

Балаларға бүләктәр һәм яҡшы кәйеф бүләк итеү маҡсатында уҙған йылдың 29 декабрендә “Десант” хәрби-патриотик клубы курсанттарына ҡунаҡҡа район Советы депутаты Ю.А.Фокин, райондың ДОСААФ ойошмаһы рәйесе В.Н.Калачигов, Красноусолдағы 3-сө мәктәп директоры А.С.Рудкевич, “Красноусол” шифаханаһы вәкиле, запастағы 3-сө ранг капитаны С.Н.Коновалов, курсанттарҙың остаздары О.О.Афанасьев, А.М.Вәлиев килде. “Һәр берегеҙ ҙә Тыуған илде һаҡлаусы офицер һөнәрен һайламаһа ла, барығыҙ ҙа физик яҡтан да, рухи яҡтан да көслө, үҙ-үҙенә ышанған, үҙен һәм яҡындарын яҡлай алырлыҡ кешеләр булып үҫәсәкһегеҙ. Бөгөн алған күнекмә, белемдәрегеҙ киләсәктә һис шикһеҙ кәрәк буласаҡ”, - тине Юрий Анатольевич. Башҡалар ҙа курсанттарға матур теләктәрен еткерҙе.
Осрашыу һуңында “Десант” ойошмаһына депутат Ю.А.Фокиндың һәм “Красноусол” шифаханаһы директоры Е.Г.Волковтың Яңы йыл бүләктәре һәм 25 тельняшка тапшырылды.
Читайте нас в