-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Ғинуар 2021, 12:00

Яңы йыл турниры

Райондың төньяғы оҫта шахматсылары менән дан тота. Улар һәр саҡ йыйылышып, аҡыл һәм зирәклектә үҙҙәрен һынап ҡарай торғайнылар. Әммә ләкин, былтырғы коронавирус киҙеүенә бәйле, бөтә саралар кисектерелә килде. Быйылғы йыл Башҡортостанда Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан ителеү менән Имәндәш ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре һәм шахмат һөйөүселәр уйлаштыҡ та, 4 ғинуар көндө оҫта шахматсылар йыйылышып алырға булдыҡ.

Шахмат турниры Имәндәш урта мәктәбендә бөтә санитар талаптарҙы күҙ уңында тотоп үткәрелде. Бында Ҡауарҙы һәм Имәндәш ауылының һигеҙ оҫта шахматсыһы ярышты. Һөҙөмтәлә, 1-се урынды Ҡауарҙы ауылынан Сабир Исхаҡов, 2-сене Имәндәштән Рәфис Рәшитов һәм 3-сөнө Салауат Түзбәков яуланы. Еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр һәм Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Аяҡ баҫҡан йылыбыҙҙы яҡшы маҡсаттар, сәмле уйындар менән башлауыбыҙға оҫта шахматсыларыбыҙ ҡәнәғәт ҡалып, тағы ла осрашып торорға һүҙ ҡуйышып таралыштыҡ.
Салауат ТҮЗБӘКОВ.
Имәндәш ауылы.
Читайте нас в