-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ғинуар 2021, 12:00

Яңғыратып ҡурай моңдарын

8-9 декабрҙә ситтән тороп (видео яҙма аша) бер турҙа “Урал иле” музыкаль инструментта традицион башҡарыусыларҙың II Бөтә донъя конкурсы үткәрелде. Был конкурста Башҡортостандың Белорет, Октябрьский, Салауат, Өфө, Учалы ҡалаларынан, Архангел, Ғафури, Учалы, Тәтешле райондарынан һәм башҡа төбәктәрҙең урта махсус һәм юғары музыкаль уҡыу йорттары студенттары, Балалар ижады үҙәге, музыкаль мәктәп уҡыусылары ҡатнашты.

Конкурстың маҡсаты – башҡорт халыҡ музыка ҡоралдарын тергеҙеү һәм һаҡлау. Тейешле ҡарарға ярашлы, ҡыл-ҡумыҙ, думбыра, ҡурай кеүек милли музыка ҡоралдарында көй башҡарырға ҡушылғайны. Урал тауҙарында үҫеп, ябай үләндән яһалған ҡурай ниндәй һоҡланғыс моң сығарыуын бында ҡатнашыусылар тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Иршат Дауытов (һүрәттә) уҡытыусыһы Рәмил Ҡотдосов етәкселегендә ҡатнашып, 3-сө урынға лайыҡ булды.
- Ҡурайҙа теләп, яратып шөғөлләнә. Шулай булғас уңыштары ла бар. Ошондай конкурстарҙа ҡатнашыу кешегә яңы этәргес көс биреп, алдағыһына дәртләндерә, - ти Рәмил Мостафа улы.
Иршат Дауытовты уңышлы сығышы менән ҡотлайбыҙ. Халҡыбыҙҙың моңло ҡурайы һәр саҡ яңғырап торһон, күберәк йәштәребеҙ уйнарға өйрәнһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Читайте нас в