-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ғинуар 2021, 16:40

Мәктәп тамамлаусылар ярышты

4 ғинуарҙа район мәктәптәрен тамамлаусы ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында баскетбол буйынса Яңы йыл турниры үтте.

Ирҙәр командалары ярышында 4 команда ҡатнашты. Беренсе урынды Красноусолдағы 2-се мәктәп командаһы алды. Командалағы Айнур Вахитов, Илгиз Ғафаров, Ринат Ғөбәйҙуллин, Илмир Ишбулдин, Айваз Хәсәнов, Эрнест Шакиров, Максим Швецов берҙәм, сәмле уйын күрһәтте. Икенсе урында – Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатын тамамлаусылар, өсөнсөлә - 1-се мәктәптең сығарылыш уҡыусылары, дүртенсе урында ветерандар командаһы булды. Уның составында райондың данлыҡлы спортсылары Александр Плеско, шулай уҡ Вячеслав Елсуков һәм Александр Ковальский уйнаны.
Ҡатын-ҡыҙҙар командалары ярышына Табын ауылы тренеры Николай Николаев ике команда алып килгән. Ольга Гордеева, Кристина Кокорина, Вероника Макарова, Александра Минеева, Альбина Сидорова, Алһыу Йәғәфәрованан торған беренсе команда еңеүсе булһа, йәштәрҙән торған икенсе команда дүртенсе урынды алды. 2-се урында Анастасия Григорьева һәм Лидия Елсукова ла булған ветерандарҙан торған команда, 3-сөлә – 1-се мәктәпте тамамлаусылар булды.
Еңеүселәр һәм призлы урындарҙы алыусылар район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлегенең Маҡтау грамоталары һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Мансур ШӘМСЕТДИНОВ,
2-се мәктәп уҡытыусыһы.
Читайте нас в