-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ғинуар 2021, 14:40

Үҙ ветерандарын ҡотланылар

Тормош елдәре кешене ҡайһы тарафтарға илтмәй ҙә, ҡайҙа ғына юлландырмай. Күп йылдар Дәүләкән ҡалаһындағы статистика бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, бөгөнгө көндә Красноусолда йәшәүсе Әлифә Халиҡова күптән түгел 95 йәшен тултырҙы. Олпат юбилейы уңайынан үҙ ветерандарына Башҡортостан статистика етәксеһе А.М.Ғәниев, ветерандар менән эшләү комиссияһы рәйесе Р.Ш.Ғатауллин, профком рәйесе В.М.Нуров ебәргән Ҡотлау хатын һәм бүләкте районыбыҙҙың Федераль Дәүләт статистика хеҙмәтенең БР буйынса Территориаль органының Красноусолдағы подразделениеһының баш белгес-эксперты Асия Рәшит ҡыҙы Латипова өйөнә барып, изге теләктәр теләп тапшырҙы.

Әлифә Миңлеғәле ҡыҙы ҡыштың ыжғыр бурандарын, сатлама һыуыҡтарҙы, ауырлыҡтарҙы күп күрһә лә, күңеле һис тә ҡырыҫланып, тупаҫланмаған. Киреһенсә, уны байытып, матурлыҡ менән тулыландырған, аҡ ҡарҙарҙай аҡлыҡ-сафлыҡ бөрккән. Уны бер нисә йыл элек ҡыҙы Эльвира үҙе янына Красноусолға күсереп алып килгән. Айырым фатир ҙа алғандар. Күркәм йәшкә еткән ил инәһе бөгөнгө көндә ҡыҙы ярҙамы менән матур итеп ғүмер кисерә. 95 йәштәмен тип кемдәндер көтөп ятмаған, тыуған көнөндә иртән тороп бәлешен дә бешерергә ҡуйған. Үҙенең артта ҡалған йылдарына боролоп ҡарап, үткәндәренә күҙ йүгертеп сығырға ла өлгөргән.
- Мин 1925 йылда Дәүләкән районының Фаредон тигән ауылында тыуып үҫкәнмен. 8 класты тамамлағас, ҡалалағы педагогия училищеһына уҡырға керҙем. Атай-әсәйем бер-бер артлы донъя ҡуйғас, мин уҡыуҙы дауам итә алманым. Ғәйшә еңгәм менән Сәйетғәле ағайым үҙ ҡанаты аҫтына һыйындырып, үҙҙәрендә йәшәттеләр, һәйбәт булдылар, үҙ балалары кеүек күрҙеләр. 1913 йылғы ағайым, 1915 йылғы апайым да бар ине. Улар мәрхүмдәр инде. Күпмелер ваҡыт район гәзитендә секретарь, һуңынан телеграфист булып почтала эшләнем. Аҙаҡтан статистика бүлегендә 17 йыл эшләп, хаҡлы ялға киттем. Ҡайһы саҡта төндә лә ултырып эшләй торғайным. Хөрмәт иттеләр, Маҡтау ҡағыҙҙарым да күп. Ул йылдарҙа тормош ауыр булды, халыҡ аслыҡ күрҙе, ләкин бирешмәне, шат күңелле, ярҙамсыл булдылар бер-береһенә. Хәҙер донъя ожмах, ҡәҙерен белеп йәшәргә кәрәк, - ти тормош ауырлыҡтарын әҙ кисермәгән Әлифә Миңлеғәле ҡыҙы.
Асыҡ, алсаҡ Әлифә Миңлеғәле ҡыҙы һуғыш ветераны Кәрим Халиҡ улы Халиҡов менән 1946 йылда өйләнешеп, матур ғүмер кисергәндәр. Өс балаға ғүмер биреп, уларҙы эшһөйәр һәм тәрбиәле итеп үҫтергәндәр. Үҙе менән бергә йәшәгән улына хәҙер 78 йәш булһа, Дәүләкәндә йәшәүсе оло ҡыҙына ла хәҙер 72 йәш. Кесе ҡыҙҙары Эльвира көн дә килеп, уларҙы ҡарап тора.
-Үҙе ашарға бешереп, өйҙө тәртиптә тота. Уҡырға ярата. Әле лә туғандарға, яҡындарға бүләккә башалтайҙар бәйләп ҡуя. Аллаға ныҡлы ышана, Ҡөрьән сүрәләрен көн дә уҡый, - ти әсәһе тураһында Эльвира Моратова.
Күпте күргән ил инәһе менән һөйләшеп ултырыу тормош ығы-зығыһынан арындырып, күңелгә яҡтылыҡ, нур өҫтәй. Уның күңел байлығы үҙе бер серле һандыҡ кеүек. Үҙе йырҙар сығарып йырлап та ала, ә инде “Буранбай”, “Азамат” кеүек халыҡ йырҙарын йөрәктән сығарып, моңло йырлауын ишетеүҙән хайран ҡалаһың. “Үткән ғүмер тураһында берәй нәмә яҙырға кәрәк тип, төндә уйлап яттым, бәлки, киләсәктә яҙырбыҙ ҙа әле”, - тип, беҙҙе оҙатып ҡалды Әлифә Миңлеғәле ҡыҙы үҙенең уйҙары менән бүлешеп.
Алдағы көндәрҙә лә Хоҙай ныҡлы һаулыҡ биреп, әлеге кеүек көслө рухта, шатланып йәшәргә яҙһын һеҙгә.
Читайте нас в