-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Ғинуар 2021, 18:40

Ирекмәнлек - күңел талабы

Районда ирекмәнлек хәрәкәте, мәктәп уҡыусылары берекмәһе булараҡ, 2019 йылдан алып Балалар ижады үҙәгендә эшләп килә. Ойошманың маҡсаты – белем биреү учреждениелары уҡыусыларын ирекмәнлек хәрәкәтенә йәлеп итеү, уны үҫтереү.

Ошо йылдар арауығында ирекмәнлек отрядтары район мәктәптәрендә лә асылды, уларҙа уҡыу йорттары кураторҙары үҙ-ара хеҙмәттәшлек алып бара, тәжрибә уртаҡлаша, уртаҡ проекттар өҫтөндә эшләй. Ирекмәндәр бик күп сараларҙа һәм проекттарҙа ҡатнаша. Улар башлыса өс йүнәлештә алып барыла: 1) “Социаль ирекмәнлек” – “Минең Рәсәй”, “Дәүләт флагы көнө”, “Изгелек дәресе”, Халыҡтар берҙәмлеге көнө, “Изгелек эшлә” акцияһы, 1 Май, 9 Май, Рәсәй көнөнә арналған һәм спорт, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалаусы саралар: “Тәмәкене кәнфиткә алыштыр”, “Туҡта, ВИЧ!” акцияһы, “Ҡайҙа үлем һаталар, хәбәр ит!” һ.б.; 2) “Экологик ирекмәнлек” – “Йәшел Башҡортостан” район акцияһында, санитар-экологик айлыҡ барышында мәктәп биләмәләрен таҙартыу, экологик дәрестәр үткәреү; 3) Еңеү ирекмәндәре – ветерандарға ярҙам күрһәтеү, иҫтәлекле урындарҙы төҙөкләндереү, тәртиптә тотоу, тарихи квестар, Еңеү парадында ҡатнашыу.
2020 йыл – Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләү йылы булды. Ошо уңайҙан “Еңеү ирекмәндәре”нең эше менән яҡынданыраҡ таныштырып үтке килә. “Еңеү ирекмәндәре” – ата-бабаларҙың ҡаһарманлыҡтарын йөрәктәрендә һаҡлаған, Еңеү хаҡын һәм һуғыш, тыл ветерандарының, һуғыш йылы балаларының аяныслы яҙмышын тәрән аңлаған кешеләр ул. Ҡайһы берәүҙәргә беҙҙең эшебеҙ Еңеү байрамы сараларын ойоштороу һәм уға әҙерлек кеүек кенә күренәлер. Ысынында беҙ йыл һуҙымында бик күп эштәр башҡарабыҙ. Төп маҡсатыбыҙ – һуғыш тарихын һәм уның геройҙары исемдәрен һаҡлап ҡалыу. Ошо йүнәлештә ирекмәндәр төрлө акциялар һәм саралар уҙғара. Мәҫәлән, 2020 йылдың 18-27 ғинуарында Хәтер һәм дан йылына башланғыс биргән “Блокада икмәге” Бөтә Рәсәй хәтер акцияһы иғлан ителгәйне. Акция дошман илбаҫарҙарының аяуһыҙ ҡыҫымына сыҙаған Ленинград ҡалаһы халҡының батырлығын онотмаҫҡа саҡыра. Балалар ижады үҙәге педагог-ирекмәндәре ошо акцияға ҡушылып, ҡулсалағы ҡалала алышҡа ингән һәм һәләк булғандарҙың иҫтәлегенә үҙ ижади берекмәләрендә Хәтер кисәләре үткәрҙе, йәмәғәт урындарында лис-
товкалар таратты. Мартта педагог Лилиә Рәхмәтуллина Октябрьский ҡалаһында Еңеү байрамының төп сараларын тормошҡа ашырасаҡ ирекмәндәрҙе әҙерләү курстарында булып ҡайтты.
Ирекмәндәр һуғыш яугирҙарына ҡуйылған һәйкәл-обелисктарға шефлыҡ эшен дә алып бара. “Хәтер мәңгелек” һүрәттәр һәм ҡул эштәре конкурсы дистанциялы үтте. “Еңеү марафоны” акцияһы – хәрби темаға әҫәрҙәр уҡыу, “Беҙ барыбер һеҙгә рәхмәт әйтәбеҙ!” акцияһында Байрас Вәлиев Бөйөк Ватан һуғышы һәм локаль һуғыш ветерандарына, тыныс ваҡытта кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалған төрлө һөнәр кешеләренә рәхмәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Пандемияға бәйле уҙған йылда “Георгий таҫмаһы” акцияһы бөтә илдә яңыса үтте. Балалар ижады үҙәге ирекмәндәре таҫмаларҙы ра-йон үҙәге халҡына аҙыҡ-түлек магазиндары алдында һәм сауҙа үҙәктәрендә таратты. Райондың “Үлемһеҙ полк” видеоролигы Балалар ижады үҙәгенең “Үлемһеҙ полк” төбәк-ара тарихи-патриотик хәрәкәтен ойоштороусыларҙың эҙәрмәнлек һәм тыуған яҡты өйрәнеү һөҙөмтәһе булараҡ барлыҡҡа килде. Видео роликты эшләүгә өҫтәлмә белем биреү педагогы Светлана Ғөбәйҙуллина күп көс һалды. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың фотолары менән 3 өлөштән торған видеоролик төшөрҙө. Фотоларҙы эшкәртеүҙә педагогтар Әлфиә Насирова, Гүзәл Арсланова, Ольга Безовчук һәм Ирина Васильева ярҙам итте. 9 Майҙа барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәп, байрам саралары уҙҙы.
3 сентябрҙә Балалар ижады үҙәге ирекмәндәре “Еңеү диктанты” Бөтә Рәсәй тарихи диктант яҙыуҙы ойоштороуҙа ҡатнашты. Декабрь башында Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Еңеү салюты” командаһы Илдар Сәйфуллин, Динислам Басиров, Альбина Йәнмырҙина, Әҙилә Баязитова, Рәйлә Ғүмәрова составында (етәксеһе Динара Борханова) “Рубеж” хәрби-спорт онлайн уйынында ҡатнашты. Аҙна һуҙымында уларға эштәр (визитка, “сираттан тыш наряд”, “хәрби-тарихи тур”, “йөҙ изге эш”) бирелде. Көсөргәнешле көрәштә улар 3-сө урынға лайыҡ булды.
Хәтер һәм дан йылы һөҙөмтәләре буйынса 5 декабрь Халыҡ-ара ирекмәндәр көнөндә Балалар ижады үҙәге директоры Рәмил Ниғмәтйән улы Кинйәбаев “Ирекмәндәр” ижад берекмәһе тәрбиәләнеүселәрен Рәхмәт хаттары, ә Ирекмәнлек хәрәкәте үҫеше һәм йәштәр башланғыстарына ярҙам күрһәтеү республика үҙәге директоры Илшат Нафиҡ улы Бикҡолов ирекмәндәр хәрәкәтенең иң яҡшы кураторҙары – О.П.Безовчук, Д.Т.Борханова, А.А.Кәримов, А.Ф.Ҡунафина, Ә.Р.Насирова, О.В.Опарина, А.М.Фәйзуллина, С.Ғ. Фәйрузов, Ә.Д.Хәзиеваға фиҙаҡәр хеҙмәттәре һәм Башҡортостандың ирекмәнлек хәрәкәтенә индергән өлөштәре өсөн Рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Айгөл ФӘЙЗУЛЛИНА,
район ирекмәнлек хәрәкәте етәксеһе.
Читайте нас в