-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ғинуар 2021, 14:00

Ҡарарҙар тормошҡа ашһын

Ошо көндәрҙә Үтәк ауыл биләмәһе халҡы мәҙәниәт йортона йыйылып, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашыу мәсьәләһен ҡараны. Был программаның урындағы мөһим проблемаларҙы хәл итеү мөмкинлеген биреүен аңлап, йыйылышта ҡатнашыусылар төрлө тәҡдимдәр индерҙе. Мәктәп урамын кәртәләү, Шишмә урамындағы сиртмәле Мостафа ҡойоһон төҙөкләндереү, янғын һүндереү машинаһы, “МТЗ-82” тракторына ассенизатор мискәһе һәм ҡар этәргес (отвал) алырға тигән тәҡдимдәр ҡаралды.

Уларҙың һәр береһе ентекле тикшерелгәндән һуң, йыйылышта ҡатнашыусылар бер тауыштан һуңғы тәҡдимде хуплап, тракторға ҡар этәргес алырға ҡарар итте. Ветерандар советы рәйесе Ә.И.Арыҫланов киләсәктә, ППМИ аша булмаған осраҡта башҡа юлдар эҙләп, янғын депоһы өсөн махсус техника алыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Артабан Үтәк ауыл биләмәһе хакимиәте ППМИ-2021-ҙе хуплап балалар араһында иғлан ителгән ижади конкурсҡа (һүрәт төшөрөү, инша, шиғыр ижад итеү) йомғаҡ яһап, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Үтәк мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Р.Р.Ғөбәйҙуллина ППМИ-ла ҡатнашып, мәҙәниәт усағын ремонтлауға үҙ өлөштәрен индергән өсөн ауылдаштарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Ысынлап та, ремонттан һуң мәҙәниәт йортонда бик күп эш башҡарылған: пластик тәҙрәләр ҡуйылған, йылытыу торбалары алмаштырылған, сәхнә шаршауҙары яңыртылған, яңы йыһаздар, оргтехника алынған.
Йыйылыштан ауыл халҡы ҡабул ителгән ҡарарҙар тиҙерәк тормошҡа ашһын, урындағы халыҡ ихтыяжын хәстәрләгән программа артабан да эшләһен, тигән теләк менән таралышты.
Рауил РАҠАЕВ,
мәктәп музейы етәксеһе.
Читайте нас в