-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ғинуар 2021, 12:50

Еңеп сығырға өмөтләнәбеҙ

12 ғинуарҙа Игенйылға мәҙәниәт йортонда "Урындағы башланғыстарҙы яҡлау" (ППМИ) программаһы буйынса йомғаҡлау йыйылышы уҙҙы. Йыйылышта халыҡ күп ҡатнашты, йәштәрҙең дә булыуы, үҙ фекерҙәре менән бүлешеүе бик һөйөнөслө. Бөтә санитар ҡағиҙәләр ҙә күҙ уңында тотолдо.

Был программала беҙ беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмайбыҙ. Иң беренсе булып районда трактор алдыҡ, мәҙәниәт йортона ремонт яһаныҡ, үткән йылда роторлы ҡар таҙартҡыслы булдыҡ.
Быйыл да бер нисә: бильярд бүлмәһе булдырыу, йәштәр кино залы, Баланҡыуаҡ яланына спорт һәм ял итеү майҙансығы алыу һәм урынлаштырыу тәҡдим ителде. Әлбиттә, был тәҡдимдәрҙең һәр береһе әһәмиәтле. Майҙансыҡ тураһындағы фекерҙе 2017 йылда үткән ауыл юбилейында ла резолюцияға кереткәндәр ине. Бер тауыштан һуңғы тәҡдим хупланды.
Инициатив төркөм төҙөлдө. Унда Р.Ә.Йәғәфәров, Р.Ә.Кәлимуллина, Ә.З.Мәҡсүтова, З.М.Мәүлетова, З.Я.Мәҡсүтова, И.Р.Мәҡсүтов, Ю.Р.Нәзиров һайланды. Һәр кем был проектты еңеп сығыуға үҙ өлөшөн керетер, тип ышанғы килә.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА,
Игенйылға ауыл мәҙәниәт йортоноң баш художество етәксеһе.
Читайте нас в