-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ғинуар 2021, 15:45

Спортта каникул юҡ

Ҡышҡы каникулдарҙың һуңғы аҙнаһы районыбыҙҙа Бөтә Рәсәй Спорт һәм сәләмәтлек ун көнлөгө сиктәрендәге спорт сараларына бай булды.

9 ғинуарҙа "Еҙем" физкультура-һауыҡтырыу комплексында йәштәр араһында мини-футбол буйынса район ярыштары үтте. Унда 9 команда үҙ-ара көс һынашты. Бар командалар ҙа ярышты көслө генә башлауына ҡарамаҫтан, "Барс" командаһының еңеүе менән тамамланды. "Табын" командаһы - 2-се, "Стартап"тар 3-сө урынға лайыҡ булды. Еңеүселәр һәм призлы урын яулаусылар физик культура һәм спорт бүлегенең Маҡтау грамоталарына һәм миҙалдарға лайыҡ булды.
Яңы йыл ғаилә уйындары
Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының спорт майҙансығында "Яңы йыл ғаилә уйындары" үтте. Күңелле ҡышҡы уйындарҙа 6 ғаилә командаһы үҙ көсөн һынаны.
Еңеүселәр эстафеталарҙа килтерелгән мәрәйҙәр һаны буйынса билдәләнде. Һәр һынауҙы таһыллыҡ һәм етеҙлек менән үтеп, иң күп мәрәй йыйған Хисаметдиновтар (Н.А.Мәжитов исемендәге КБГИ) 1-се урын яуланы. Алтынбаевтар ғаиләһе - 2-се, Ишмөхәмәтовтар (икеһе лә Красноусолдағы 1-се урта мәктәп) - 3-сө урында.
Еңеүселәр һәм призлы урындар яулаусылар район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлегенең миҙалдары һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде, шулай уҡ "Берҙәм Рәсәй" партияһының иҫтәлекле бүләктәренә лайыҡ булды.
Тәүге өсәү иҫәбендә
9 ғинуарҙа "Шахмат планетаһы" порталында шахмат буйынса "Чемпиондар чемпионаты" тигән исем аҫтында икенсе республика онлайн-турниры үтте. Чемпионат Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәрҙә #Играем дома Яңы йыл саралары сиктәрендә үтте.
"Миттельшпиль" исеме аҫтындағы икенсе турнирҙа 241 шахматсы зирәклектә көс һынашты. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Даниил Никифоров Баймаҡ ҡалаһы шахматсыһынан ни бары ярты, ә Стәрлетамаҡ шахматсыһынан бер мәрәйгә генә ҡалышып, 6 мәрәй йыя һәм 3-сө урынға лайыҡ була. Сәйетбабалар еңде
9 ғинуарҙа Юлыҡ ауылында хоккей буйынса район турниры үтте. Ярышты район хакимиәте, “Юлыҡ” ТОС-ы һәм урындағы “Ағинәйҙәр” йәмәғәт ойошмалары ойоштороп уҙғарҙы.
Президент грантының “Беҙ спорттың ҡышҡы төрҙәрен яратабыҙ” һәм “Спорт паркы” проекты ярҙамында булдырылған спорт майҙансығындағы катокта уҙған турнирҙа юлыҡтарҙың ике командаһынан тыш, күрше Ҡауарҙы, Юрмаш, Сәйетбаба ауылдары хоккейсылары командалары ҡатнашты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, красноусолдар килә алманы. Ауылда матур йолаға әүерелгән хоккей уйынында тап ошо командалар араһында шайба өсөн үҙ-ара сәмле, ҡыҙыу көрәш барҙы. Финалда Сәйетбаба һәм Ҡауарҙы ауылдары
уйынсылары осрашты. Көсөргәнешле уйында сәйетбабалар көслөрәк һәм таҫыллыраҡ булып сыҡты, турнир еңеүсеһе лә тап был команда булды. Ҡауарҙылар – 2-се урында, ә Юлыҡ ауылы командаларына 3-4-се урындар менән сикләнергә тура килде.
Призлы урын яулаусылар район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге кубоктары һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
Читайте нас в