-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ғинуар 2021, 12:00

Мәғариф күгендә – яңы йондоҙҙар

Ерҙә кешелек йәшәй икән, уҡытыусы тигән изге һөнәр ҙә юғалмаясаҡ. 19 ғинуарҙан 21-енә тиклем Красноусолдағы 1-се урта мәктәптә үткән “Йыл уҡытыусыһы-2021” район конкурсы ла быға асыҡ дәлил булып тора.

Район мәҙәниәт һарайында конкурсты асыу һәм йомғаҡлау тантанаһы үтте. Быйылғы бәйге конкурсанттарҙың күплеге менән айырылып торҙо. Бер-бер артлы сәхнәгә 25 уҡытыусы күтәрелде. Бына улар: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – Миләүшә Миңнулла ҡыҙы Рәхимова (Н.А.Мәжитов исемендәге Красно-усол башҡорт гимназия-интернаты), Рәзилә Тимерхан ҡыҙы Зәйнуллина (Юлыҡ мәктәбе), Ленира Мөхәмәт ҡыҙы Үтәгәнова (Ҡарағай урта мәктәбе), рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары – Светлана Винер ҡыҙы Бикбаева (Яңғыҙҡайын урта мәктәбе), Гүзәл Әхмәҙулла ҡыҙы Үтәгәнова (Ҡарағай урта мәктәбе), Элита Рифат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина (Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбе), башланғыс кластар уҡытыусылары – Гөлфирә Фәрғәт ҡыҙы Ишкина (Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбе), Гүзәл Әхмәт ҡыҙы Әһлиуллина (Үзбәк мәктәбе), Нәзирә Рәис ҡыҙы Мөхәмәтйәнова (Еҙем-Ҡаран урта мәктәбе), Елена Юрьевна Жанкутова (Красноусолдағы 2-се урта мәктәп), Елена Сергеевна Кулагина (Аҡкүл урта мәктәбе), Гөлнара Фәнис ҡыҙы Коткова (Аҡкүл урта мәктәбе), Зөлфиә Айрат ҡыҙы Мөхәмәтханова (Курорт мәктәбе), Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең химия уҡытыусыһы Алия Барый ҡыҙы Ниғәмәтйәнова, Н.Х.Ғарипова исемендәге Ҡауарҙы урта мәктәбенең музыка һәм география уҡытыусыһы Ләйсән Дим ҡыҙы Исхаҡова, инглиз теле уҡытыусылары – Розалия Рәмил ҡыҙы Хафизова (Рәсәй Геройы Ф.А.Яҡупов исемендәге Бурлы урта мәктәбе), Светлана Марат ҡыҙы Мәҡсүтова (Табын урта мәктәбе), Гүзәл Риф ҡыҙы Ҡунафина (Красноусолдағы 1-се урта мәктәп), Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең йәмғиәтте өйрәнеү һәм физика уҡытыусыһы Резеда Миниәхмәт ҡыҙы Рәхимова, Аҡкүл урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Алла Алексеевна Павлова, информатика уҡытыусыһы Айгөл Флүр ҡыҙы Ғилманова (Н.А.Мәжитов исемендәге КБГИ), Игенйылға мәктәбенең татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәйтүнә Мөхтәр ҡыҙы Мәүлетова, Мораҡ мәктәбе уҡытыусылары Светлана Валерьевна Романова (география) һәм Татьяна Геннадиевна Садаева (сыуаш теле), Имәндәш мәктәбенең биология, химия һәм физика уҡытыусыһы Ришат Жәлил улы Мәһәҙиев.
(Оҫталыҡ бәйгеһе хаҡында тулыраҡ яҙманы гәзитебеҙҙең киләһе һанында уҡырһығыҙ).

Читайте нас в