-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ғинуар 2021, 11:50

Ергә берегеп

Ер өҫтө ап-аҡ мамыҡ юрғанын ябынып йоҡоға талған. Ҡышҡы һалҡын көн булыуға ҡарамаҫтан, иртә менән кемдеңдер баҫыу иңләп йөрөп ятыуы һәр кемгә сәйер күренә. Оло юл ситендә ҡалдырған машинаһын күрмәгән кешеләр, ап-аҡ бәҫкә ҡапланған һомғол буйлы, әллә ҡайҙан күҙгә ташланған яҫы ҡара ҡашлы, яңы яуған ҡарҙай аҡ сәсле шәүләне күреү менән “ер эйәһе” йәки “ҡар бабай” тип уйлар. Ерҙең тын алышын тойоп йәшәүсе, ауыл хужалығына йәнен, күңелен һалып эшләүсе, ошо көндәрҙә 80 йәшен тултырыусы Рәфҡәт Әхмәт улы Фәйзуллин миҙгелдең ҡайһы сағы, көндөң ниндәй торошо булһа ла ошо баҫыуҙарҙы байҡап, үҙ күҙҙәре менән күрмәһә һис тынғылыҡ тапмай. Бына бөгөн дә ужым баҫыуына ҡарҙың нисек ятыуын ҡарап йөрөшө.

Рәфҡәт Фәйзуллин Ейәнсура районының Яңы Себенле ауылында йәшәгән Бибисара Сәлих ҡыҙы менән Әхмәт Низаметдин улының көтөп алған балалары була. Атаһы колхозда тракторсы, әсәһе өйҙә донъя эше менән мәшғүл була. Рәфҡәт Әхмәт улы атаһын хәтерләмәй ҙә, башта бронь менән ҡалған була, һуңынан 1943 йылда һуғышҡа алына, ә 1944 йылда Украина госпиталендә мәрхүм булыуы хаҡында “ҡара ҡағыҙы” ғына килә. Һуғыш һәм унан һуңғы үҙәк өҙгөс ауыр ваҡыттар, таҡтаһыҙ ер иҙәндә йоҡлап йөрөүҙәр, үҫкәсерәк үгеҙ егеп бесән, утын әҙерләү кеүек эштәр тура килә уның бала сағына. Ныҡышмалылығы, тырышлығы менән ауылдағы 7 йыллыҡ мәктәптә, унан һуң Күгәрсен районындағы татар урта мәктәбендә өс йыл уҡый. Аҙыҡ алып килеү өсөн аралары 40 километр алыҫлыҡта булған ауылына айына бер йәйәү ҡайтып йөрөй. Шулай итеп, 1959 йылда 10 класты уңышлы тамамлаған егетте педагогия институтына уҡырға ебәрергә уйлайҙар, әммә әсәһе ауырып торғас та, аҡса булмау сәбәпле лә уҡырға бара алмай. Мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлаған егеткә ваҡытлыса биология фәненән уҡытыуҙы ышанып тапшыралар. 1960 йылдың ноябрендә әрмегә алалар йәш егетте. Өс йыл Севастополдә, Ҡара диңгеҙгә яҡын ерҙә хеҙмәт итә. Һәйбәт хеҙмәт иткәне өсөн ялға ла ҡайта. Әрменән һуң яңынан мәктәпкә уҡытырға бара. Әммә күңеле ҡайҙалыр тартыла уның. Эш аралаш Ырымбурҙағы ауыл хужалығы институтын ситтән тороп тамамлап, “Инәк” совхозында агроном, бүлектә эштәргә идара итеүсе булып эшләй. Үҙен яҡшы яҡтан күрһәткән белгесте Ишембай районының “Ағиҙел” совхозында эшләргә тәҡдим итәләр. Бында биш йыл ярым эшләй ул. “Башнефть”кә ҡараған был совхоздың алдынғылар рәтенә күтәрелеүендә уның тырышлығы ҙур була. Шуға ла 1987 йылда Рәфҡәт Әхмәт улын Родина ауылындағы ҡошсолоҡ тармағы менән шөғөлләнгән совхозға директор итеп тәғәйенләйҙәр. Бында бройлер тауыҡтар алыу, заманса яңы технологиялар индереү, аҙыҡты урында етештереү буйынса күп эштәр башҡарыла. "Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме лә бирелә. Родина ауылында көнбағыш майы, билмән, икмәк, макарон етештереү цехтары асыла.
- Ошо осорҙа беҙҙең хужалыҡта 700 эшсе була торғайны. Шуға ла хеҙмәткәрҙәр өсөн өйҙәр төҙөнөк, ауылға асфальт һалдыҡ, почта, фельдшер-акушерлыҡ пункты өсөн айырым бина, идара йорто һалып ҡуйҙыҡ. Ҡурғандан 200 ҡаҙ барып алған инек. Инкубатор алып, ҡаҙҙарҙы 30 меңгә еткереп, алты бинаға бүлеп аҫыраныҡ. Эргә-тирәләге колхоздар бер-бер артлы тарҡала башлағас, улар иҫәбенә ерҙәрҙе арттырып, ярҙамсы хужалыҡтар булдырып, малсылыҡ тармағында ит, һөт етештерә башланыҡ. Германиянан тоҡомло һыйырҙар алып ҡайтып, Игенйылғалағы фермала бөтә уңайлыҡтары булған яңы һауыу залы булдырҙыҡ. Бындай һауыу залы Башҡортостанда өсөнсө генә ине әле. Буш ятҡан ерҙәрҙе алып сәстек. Баҫыуҙарға сәселгән кукуруз, сөгөлдөр, көнбағыш, игендән яҡшы уңыш алыу өсөн элитный сорттар сәсергә тырыштыҡ. Сенажды полиэтиленға төрөп эшләп сығарыу юлдарын да тапҡайныҡ. Ауыл хужалығы буйынса эшләһәң күп белергә, эшләргә кәрәк. Яңылыҡтарҙы, алдынғы тәжрибәләрҙе өйрәнеү ниәтендә Венгрияға, Германияға барып ҡайттыҡ, - тип эшләнгән эштәр менән таныштыра Рәфҡәт Әхмәт улы.
Эйе, бер йыл да, көн дә бушҡа үтелмәгән. Алдынғы ҡарашлы, тырыш етәксе 60 йәшлек юбилейына хөкүмәт тарафынан “Рәсәйҙең атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеме менән бүләкләнгән, ә тағы ла биш йылдан һуң “Ғафури районының почетлы гражданины” тигән мәртәбәле исем, В.И.Лениндың, Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилей миҙалдары ла бирелгән.
Бөтә көсөн, ваҡытын эш өсөн бүлһә лә ғаиләһе менән дә бәхетле ул. Нуриман районының Иҫке Бурыс ауылы ҡыҙы Ғәлиә Ғәли ҡыҙы менән өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Төп терәге булған тормош иптәше иҡтисад буйынса урынбаҫары булып эшләгән. Эштең бар нескәлектәрен күреп үҫкән ҡыҙҙары ла әсәләре һөнәрен һайлап, юғары белемле иҡтисад белгестәре. Ҡыҙҙары Зөлфиә менән кейәүҙәре Ирек Шәйбәковтар Красноусолда үҙ эштәрен асҡан шәхси эшҡыуарҙар. Уларҙың оло улдары Солтан Ҡазанда төҙөлөш институтында уҡыһа, Рамаҙан Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатында белем ала. Икенсе ҡыҙҙары Гүзәлиә менән кейәүҙәре Руслан Бакировтар йәшәү урындары Өфөлә булһа ла, районыбыҙҙың һәр яҡлап та алдынғы булған “Восход-СТ” ЯСЙ-ен ойоштороп, ауыл хужалығы продукцияһы етештерәләр. Камилла, Сәид, Сөләймән, Мөхәммәтғәле исемле балалар үҫтерәләр. Улдары Рөстәм, килендәре Алина, ейәндәре Әмир атай-әсәй менән бер ҡыйыҡ аҫтында күркәм йортта матур итеп йәшәйҙәр. Улар ҙа ҙур тырышлыҡ һалып эшләгәндә генә ниндәйҙер уңышҡа өлгәшеп булғанын күреп үҫкәнгә, бөгөн күңел һалып аталарының эшен дауам итәләр. Рәфҡәт Әхмәт улының беренсе ғаиләһенән булған ике улы ла кәңәш-төңәш итергә һәр саҡ килеп йөрөйҙәр. Уларҙың нурлы, иманлы йортонда һәр кемде ихлас ҡаршылайҙар. Бөтә ғүмерен ауыл хужалығы тармағына арнаған Рәфҡәт Әхмәт улы улдары, ҡыҙҙары, кейәүҙәре менән эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып, кәрәк ерҙә ярҙам итеп, бер нәмәне лә күҙ уңынан ысҡындырмай. Был тормошта балаларыңа дөрөҫ тәрбиә биреп, үҙ урындарын табырға ярҙам итеп, үҙ эшеңдең нәтижәһен күреүҙән дә юғары баһа бар микән?!
Ярҙамсыл, изге күңелле Рәфҡәт Фәйзуллин Рәсәй мосолмандар союзының Ғафури районы филиалындағы бүлексәһенә лә төрлө яҡлап ярҙам итә.
“Кешегә күпме ер еткәнен беләһеңме, һиңә һаман ер етмәй”, - тип йөҙ йыртып әйтеүселәр булһа ла, һис үпкәләмәйем, сөнки мин ошо ерҙән көс-ҡөҙрәт, илһам, ләззәт алып йәшәйем,- ти Рәфҡәт Әхмәт улы. Киләсәктә лә ҡоростай һаулыҡта, ғаилә бәхетендә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға күмелеп ғүмер кисерергә яҙһын Ер улына.

Читайте нас в