-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ғинуар 2021, 12:55

Байрам сараһы сиктәрендә

25 ғинуар рәсми рәүештә Бөтә Рәсәй Студенттар көнө тип иҫәпләнә. Был байрамды илебеҙҙең бөтә студенттары, шул иҫәптән Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында һөнәр алыусы 200 уҡыусы ла билдәләй.

Беҙҙең студенттар транспорт сараларына идара итергә, төрлө блюдолар әҙерләргә, төҙөлөш, иретеп йәбештереү эшенә өйрәнәләр. Студенттар көнө уңайынан уҡыу йорто тарафынан кураторлыҡ сәғәте, мини-футбол буйынса турнир үткәрелә. Район китапханаһы менән берлектә ятаҡханала конкурс программаһы ойоштороу ҙа ҡаралған.
Студенттарҙы байрамдары менән ҡотлайбыҙ һәм һөнәр үҙләштереүҙә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар теләп ҡалабыҙ.
Венер БАТЫРШИН,
колледждың тәрбиә эштәре
буйынса урынбаҫары һәм
тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы.
Читайте нас в