-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2021, 16:30

Йылды уңышлы башлағандар

“Урожай” крәҫтиән хужалығының Илфат Хисмәтуллин етәкселегендәге Байымбәт һөтсөлөк фермаһы тотороҡло эшләп килә, мал ҡышлатыу тейешенсә бара.

Фермала ҡара-сыбар тоҡомло 418 баш һыйыр малы аҫрала. Шуларҙың 215 башы һауын һыйырҙары. Һыйырҙар быҙаулай башлаған, әлеге мәлдә быҙауҙар һаны – 94 баш. Һәр һыйырҙан уртаса көндәлек һауым 8 кг тәшкил итә.
Бында үҙҙәренә беркетелгән төркөмдәге һыйырҙарҙы һауынсылар Ләлә Хисмәтуллина, Земфира Сәфәрғәлина, Айгөл Аллабирҙина, Розалия Хөбөтдинова һауа. Малсылар Азамат Шәрипов, Мөхәмәт Үзбәков һәм Марат Ҡорманғолов (сирләү сәбәпле, уны Денис Садиҡов алмаштырған) бурыстарын намыҫ менән, күңел биреп башҡара. Һыйыр һауыу ҡоролмалары операторы Расфар Фәхретдинов (хаҡлы ялға тиклем ферма мөдире булып эшләгән) алыштырғыһыҙ белгес булып танылған. ТСН операторы Рәмил Фәтҡуллин мал ҡураларын тиҙәктән таҙартыуға яуаплы, Рушат Хисмәтуллин тракторҙа әҙер аҙыҡ массаһын һыйырҙарға тарата. Әлегә һуңғыһы тракторын ремонтҡа туҡтатып, техник тикшереүгә әҙерләнә, уны ваҡытлыса Вилүр Ғайсаров алыштырған. Ветеринар табип Фәнир Хисмәтуллин малдарҙың хәл-торошона күҙ-ҡолаҡ булһа, иретеп йәбештереүсе Хәлил Ғәлин һөтсөлөк фермаһында ремонт ваҡытында ярҙамға килә, тимер-томор эше унан башҡа үтмәй.
2018 йылда фермала яңы роботлаштырыу технологияһы индерелеп, уның ярҙамында 6 айға тиклемге быҙауҙарҙы туҡландырыу ойошторолған. Быҙауҙарға тәғәйенләнгән ҡураның береһендә, йәғни роботлаштырылғанында – 20 көндән алып, 3-4 айлыҡ, икенсеһендә 6 айлыҡ быҙауҙар урынлаштырылған. Роботлаштырылған бинала сменалап быҙау ҡараусылар Марат Фәтҡуллин менән Раил Мусин компьютерҙы хеҙмәтләндереп, быҙауҙарҙы (бөтәһе - 48) туҡландыра, тәрбиәләй.
Малдарға ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ мул әҙерләнгән. Быҙауҙарға һәм быҙаулау бүлегендәге һыйырҙарға бесән бирелһә, ҡалғандарына силос, сенаж, һалам ашатыла. Һауын һыйырҙарына көн дә 4 кг иҫәбенән фураж бирелә.
Ғөмүмән, Байымбәт малсылары яңы йылды уңышлы башлап ебәргән.

Читайте нас в