-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2021, 17:25

Ил-көн тыныс булһын

27 ғинуар Ленинградты блокаданан азат иткән көн. Был дата Рәсәйҙә Хәрби дан көнө булараҡ билдәләнә. 1941 йылдың 8 сентябренән алып 900 көн дауамында Ленинград халҡы һәм уны һаҡлаусылар оло ҡаһарманлыҡ һәм сыҙамлыҡҡа һынау тота. Төрлө мәғлүмәттәр буйынса, блокада осоронда 400 меңдән миллион ярымға тиклем кеше һәләк була.

Ҡала тик Ладога күле аша ҙур ер менән тоташа. 1941йылдың 12 сентябренән башлап аҙыҡ-түлек һыу юлы аша, күл боҙ менән ҡапланғас, аттарҙа ташыла. Немецтар ҡаланы туҡтауһыҙ авиация утына тота. Ошоға ҡарамай, күл халыҡты, яралы һалдаттарҙы эвакуациялау, блокадала ҡалғандарға ҡорал, аҙыҡ-түлек ташыуҙа мөһим роль уйнай.
1944 йылдың 14 ғинуарында совет ғәскәрҙәре Ленинградта һөжүм операцияһын башлай. Бер нисә көн барған тигеҙ булмаған алышта, йәғни 27 ғинуарҙа, оҙаҡҡа һуҙылған, меңәрләгән ғүмерҙе өҙгән блокада өҙөлә һәм Гитлер ғәскәре сигенә.
Ошо көн уңайынан Красноусолдың М.Ғафури майҙанында “Блокада икмәге” тип аталған акция үтте. Үҙәк район китапханаһы, “Ғаилә” үҙәге, район ҡатын-ҡыҙҙар советы М.Ғафури майҙанында күргәҙмә һәм мохтаж ғаиләләргә бушлай кейем-һалым таратыу йәрминкәһе ойошторҙо. Миңлегөл Насирова туңдырылған балан, сейә, ҡарағат һәм киптерелгән файҙалы үләндәр ҙә алып сыҡҡан ине. “Блокада икмәге” Красноусолдағы һәр мәктәп уҡыусыларына ла ебәрелде. Бындай сара райондың барлыҡ китапханаларында ла үткәрелеп, сараны ойоштороусылар Интернет селтәрҙәренә лә был көн тураһында мәғлүмәт ҡуйып, таныштырып үткәндәр.
Ил-көнөбөҙ тыныс булып, барлыҡта, етешлектә йәшәргә булһын, тип таралышты бында йыйылған халыҡ.
Читайте нас в