-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2021, 11:35

Һаҡ булығыҙ: мутлашыусылар!

Рәсәй ЭЭМ-һы Ғафури районы буйынса бүлеге мәғлүмәт-телекоммуникация технологияларын ҡулланып ҡылынған енәйәттәргә ҡаршы көрәш буйынса комплекслы мәғлүмәти-аңлатыу программаһын тормошҡа ашыра, шулай уҡ енәйәттәрҙең яңы мутлашыу схемалары тураһында иҫкәртә.

Ағымдағы йылда полиция бүлегенә 1964 йылғы гражданин Т. мөрәжәғәт итә. Ғинуарҙа уның банк картаһынан дөйөм 111 000 һум суммала аҡсаһын күсереп алған билдәһеҙ әҙәмде яуапҡа тарттырыуҙарын һораған. Тикшереү барышында полиция хеҙмәткәрҙәре шуны асыҡлай, гражданин Т.-ның кеҫә телефонына шылтыратып, үҙҙәрен банк хеҙмәткәре тип таныталар һәм уның банк картаһынан аҡсаһын алырға маташыу булыуы, шуға картаны блокировать итергә кәрәклеген әйтәләр. Аҡсаһын күсереп алмаһындар өсөн уларҙың ҡушҡанын үтәргә кәрәклеген белдерәләр. Гражданин Т. һөйләшеү барышында уларҙың бар шарттарын да үтәй: банк картаһының номерҙарын һәм карта артындағы өс һанлы кодты, шулай уҡ телефонына килгән смс-хәбәрҙе әйтә, тап ошонан һуң аҡсаһын күсереп алалар ҙа инде.
Икенсе бер 1978 йылғы район кешеһе үҙенең банк картаһынан 47 000 һум аҡсаһын урлауҙары хаҡында полицияға ғариза менән мөрәжәғәт итә. Асыҡланыуынса, г-ка Д.-ға “Класташтар” социаль селтәрендә таныш булмаған ҡатын “Сбербанк”тың юбилейы уңайынан бүләктәр таратылыуы хаҡында яҙа. Бының өсөн банк картаһының һуңғы алты һанын һәм карта артындағы өс һанды әйтергә кәрәклеген һәм ошо шарттарҙы үтәгәндә уға 5000 һум күсерәсәктәрен белдерә. Д. был шарттарҙы үтәүе була - аҡсаһын күсереп тә алалар.
Был факттар буйынса РФ ЕК-һының 158-се статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Полиция иҫегеҙгә төшөрә: банк картаһындағы мәғлүмәттәрҙе һәм уға килгән смс-хәбәр паролдәрен бер кемгә лә әйтергә ярамай. Билдәһеҙ әҙәмдәрҙең тәҡдимдәренә яуап бирмәҫкә кәрәк. Һөйләшеүҙе өҙөгөҙ. Тулыһынса ышаныу өсөн үҙ банкығыҙҙың “ҡыҙыу бәйләнеш”енә шылтыратығыҙ, унда белгестәр һеҙгә квалификациялы консультация бирер. Шулай уҡ банктың яҡындағы бүлексәһенә мөрәжәғәт итеп, аҡсағыҙға хәүеф янамауына ышана алаһығыҙ. Банктарҙың хәүефһеҙлек хеҙмәте хеҙмәткәрҙәренә ниндәй ҙә булһа операцияны раҫлау өсөн смс-хәбәрҙең коды кәрәкмәй.
Ильяс РӘХМӘТУЛЛИН,
эске эштәр бүлеге начальнигы,
полиция подполковнигы.
Читайте нас в