-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2021, 12:05

Алда булһын яңы еңеүҙәр

VIII Бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижадының онлайн-конкурсы “Башҡортостан таланттары” тип аталып, ул талантлы балаларҙың ижадын популярлаштырыу, яңы исемдәр асыу һәм тәжрибә алмашыу маҡсатында үткәрелә килә. Бында конкурсанттар вокал, хореография, оригиналь жанр, нәфис һүҙ, инструменталь жанр номинацияларында үҙҙәрен һынап ҡарай ала.

Ошо конкурста Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары ла ҡатнашып, уңыштарға ирештеләр. Вокал бу-йынса 10-13 йәшлектәр араһында Әлиә Хисамова, Зөлхизә Дәүләтбаева, Алһыу Ғәлимова I дәрәжә, Эльнара Шәрипова II дәрәжә, Диана Рәхимова III дәрәжә, Ислам Ғабдуллин III дәрәжә (6-9 йәш), ә инде “Наҙ” ансамбле “Аҡ ҡайын” халыҡ йыры менән 10-13 йәшлектәр араһында II дәрәжә “Башҡортостан таланттары” конкурсын ойоштороусыларҙың махсус дипломдарына лайыҡ булдылар. Уларға үҙ һәләттәрен асырға ярҙам иткән, ошо йүнәлештә бар күңелен һалып эшләгән етәкселәре Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина Рәхмәт хаты менән бүләкләнеп, унда: “Һеҙҙең профессиональ һәм педагогик оҫталығығыҙ, мәғлүмәтле булыуығыҙ, үҙ эшегеҙгә бирелгәнлегегеҙ һөҙөмтәһендә, һеҙҙең уҡыусыларығыҙ ижади һәләттәрен һәм таланттарын лайыҡлы аса алды. Киләсәктә лә емешле хеҙмәттәшлек итеп, үҫеп килеүсе быуындың талантын асыуҙа тос өлөш индерерһегеҙ тип ышанабыҙ ”, - тиелә.
“Наҙ” вокал ансамбле һәм солистары ҡайҙа ғына, ниндәй генә конкурстарҙа ҡатнашһалар ҙа һәр саҡ лау-реат исеме алып киләләр. Үҙҙәренең сығыштары менән һоҡландырып торған уҡыусыларға һәм уларҙың етәкселәре Динә Ғилман ҡыҙына алда ла илһамланып эшләргә, яңынан-яңы еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас в