-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2021, 16:25

Маҡсатыбыҙ - уңайлы һәм яҡшы йәшәү шарттары булдырыу

28 ғинуарҙа район мәҙәниәт һарайында күп фатирлы йорттар советының “Управдом” форумы үтте.

Икенсе йыл уҙғарылған был яңы форматтағы форумда район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, уның төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Ф.З.Кейекбаев, Красноусол ауыл биләмәһе башлығы А.К.Ващенко, “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры С.О.Афанасьев, “Эко-Сити төбәк операторы” ЯСЙ-енең Ғафури районы буйынса территориаль вәкиле – хәүефһеҙлек һәм биләмәләр менән эшләү идаралығы начальнигы А.Ҡ.Әлмөхәмәтов, район хакимиәте вәкилдәре, идарасы компания етәкселәре, күп фатирлы йорттар советтары рәйестәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Форумды асып, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов йыйылыусыларҙы сәләмләне һәм форумдың халыҡ менән идарасы компания, власть органдары араһында күп фатирлы торлаҡ фондына ҡағылышлы мәсьәләне уртаға һалып һөйләшеү майҙансығы булыу теләген еткерҙе.
Ф.Сыңғыҙов Республика Башлығы яғынан “Башҡорт ихаталары” һәм “Ҡала мөхите” программаларына һәм подъездарға күп кенә аҡса йүнәлтелеүен билдәләне.
- Пандемия иҡтисадтың ярайһы ғына төшөүенә килтерҙе. Быйыл “Башҡорт ихаталары” программаһы булмаясаҡ, ә башҡалары эшләйәсәк. Төбәк операторҙары күп фатирлы йорттарҙың ҡыйығын йүнәтеү эшен дауам итәсәк. Эштәрҙе башҡарғанда подрядсыларҙың төрлөһө – намыҫлыһы, шул уҡ ваҡытта үҙ эшенә яуапһыҙ ҡарағандары ла килеп сыға, - тине Фәнзил Фәйез улы.
Подъездар ремонтлана
Унан һуң сығыш яһаған Ф.Кейекбаев 2019-2020 йылдарҙа районда торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны һәм пландар менән уртаҡлашты.
- 2019 йылдан күп фатирлы йорттар подъездарын капиталь ремонтлау адреслы рес-публика программаһы эшләп килә. Ошо йылдар арауығында районыбыҙҙа 9 күп фатирлы йортта 21 подъезд ремонтланды. Улар: Красноусолда Гагарин урамының 54/1, Фрунзе, 35/1, Карл Маркс, 20, Блюхер, 7/2, Пугачев урамындағы 45, 47, 49, 51-се йорттар. Был маҡсатҡа респуб-лика бюджетынан 3 миллиондан ашыу һум аҡса йүнәлтелгән, шулай уҡ район бюджеты 300 мең һумдан ашыу аҡса бүлгән. Подъездарға ремонт уҙғарыу “БР биләмәһендә урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа дөйөм милекте капиталь ремонтлау төбәк операторы” Фонды коммерция булмаған ойошмаһына һалынған. Түбәндәге эш төрҙәре инә: тимер ишектәр һәм яҡтыртҡыстар урынлаштырып ингән урынды ремонтлау, тамбур ишектәре урынлаштырып һәм иҫке тәҙрәләрҙе пластикка алмаштырып, баҫҡыстар урынлашҡан өлөштө ремонтлау; иҫке яҡтырҡыстарҙы һәм ҡабыҙғыстарҙы алмаштырып электромонтаж эштәре; почта йәшниктәрен алмаштырыу; штукатурканы ремонтлау һәм баҫҡыстар урынлашҡан өлөштәге стенаны буяу, - тине Ф.Кейекбаев.
Йорттар төҙөкләндерелә
- Коммерциялы булмаған был төбәк операторы күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонтты 2014 йылдың октябренән алып бара. Ошо йылдар арауығында районда күп фатирлы йорттар дөйөм 20 млн. һум суммаға ремонтланды. Капиталь ремонт программаһының эшмәкәрлеге 2043 йылға тиклем күҙаллана. Был программала барлығы 82 күп фатирлы йорт ҡатнаша. 2019 йылда Красноусолдағы К.Маркс урамының 3-сө һәм 5-се йорттарының, шулай уҡ Калмыков урамының 11-се йорто ҡыйыҡтары ремонтланды. Был йәһәттән 5 млн.-дан ашыу аҡса тотонолдо. 2020 йылда күптән көтөлгән Ленин урамындағы 24-се һанлы 5 подъезлы күп фатирлы йорт, ниһайәт, йүнәтелде. 2010 йылдың октябренән бөгөнгө көнгә капиталь ремонт буйынса иғәнәләр 28 млн. һумдан ашыу йыйылған. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр тарафынан 24 млн. һум йыйылған, йәғни йыйым 86%. Бик аҙ күләмдә иғәнәләр Табын (38%) һәм Аҡкүл (58%) ауыл биләмәләрендә йыйылған. Красноусол ауыл биләмәһендә дөйөм республика кимәленән юғары.
Уңышлы программалар
Ҡыҫҡаса программаларға туҡталып үтәм. “Уңайлы ҡала мөхите” федераль программаһына килгәндә, 2015-2020 йылдарҙа дөйөм финанслау 10 млн. һумдан ашыу булды. 2020 йылда 10 млн. һум тирәһе аҡса үҙләштерелгән: Красно-усолда Коммунистик урамдағы аллеяны төҙөкләндереүгә 5 млн.-дан ашыу һум аҡса бүленгән, Аҡкүл ауылында Ял үҙәген төҙөкләндереүгә 947 мең һум аҡса тотонолған, Сәйетбаба ауылында Еңеү паркын төҙөкләндереүгә (күсмә объект) былтыр 3 млн.-дан ашыу һум аҡса бүленгән. “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса 2019-2020 йылдарға 12 млн.-дан ашыу һум аҡса йүнәлтелгән: 2019 йылда район үҙәгенең К.Маркс урамындағы 2, 4, 3, 5-се, Калмыков урамының 9-сы, Ленин урамының 24-се, Соҡор (Ровенская) урамының 2-се һанлы күп фатирлы йорттарҙың ихата биләмәләре төҙөкләндерелде. Был маҡсатҡа 8 млн. һум тирәһе аҡса үҙләштерелеп, 7 млн. 500 мең һумы – респуб-лика, 430 мең һумы район бюджетынан бүленде. 2020 йылда Калмыков урамындағы 12, 16/2-се, Гагарин урамы, 7/4-се күп фатирлы йорттарҙың ихаталары төҙөкләндерелде. Барлығы 4 млн. 864 мең һум аҡса үҙләштерелде. Беҙ былтыр “Иң яҡшы күп фатирлы йорт” республика конкурсында ҡатнаштыҡ. Красноусолдың Лубат биҫтәһендәге Яңы (Новая) урамы конкурста еңеүгә өлгәште. Ә Яңы йыл боҙ майҙансығы “Иң яҡшы боҙ майҙансығы” рес-публика конкурсында муниципаль ауыл райондары араһында 2-се урынға лайыҡ булды, - тип сығышын тамамланы Фуат Ке-йекбаев.
Хәүефһеҙлеккә ҙур иғтибар
“Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры Сергей Афанасьев эшмәкәрлектәре хаҡында бәйән итте, ресурстар менән тәьмин итеү һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙәге тарифтарға туҡталды. “Газпром Өфө” ПАЙ-енең Ғафури комплекслы хеҙмәте филиалы начальнигы Рөстәм Ғөбәйҙуллин 2021 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән “Рәсәй Федерацияһында янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен раҫлау” ҡарарындағы үҙгәрештәргә, атап әйткәндә, штрафтарға туҡталды, йорт-фатирҙарҙа газ ҡоролмаларының төтөн һәм вентиляция каналдарының хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары хаҡында һөйләне. “Эко-Сити төбәк операторы” ЯСЙ-енең Ғафури районы буйынса территориаль вәкиле – хәүефһеҙлек һәм биләмәләр менән эшләү идаралығы начальнигы Айҙар Әлмөхәмәтов ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, контейнер майҙансыҡтарын урынлаштырыу мәсьәләһенә туҡталды, тарифтар, график хаҡында бәйән итте. Айҙар Ҡасим улы 2019 йылдың 1 ғинуарынан “сүп-сар реформаһы” башланып, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу – коммуналь хеҙмәттәрҙең бер төрө булып тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Башта билдәләнгән тарифтарға 2020 йыл башынан күсергә тейеш булһаҡ, әммә коронавирус пандемияһы сәбәпле, был тағы ла бер йылға кисектерелде. 2021 йылдың 1 февраленән 2019 йылда билдәләнгән тарифҡа күсәсәкбеҙ, - тине. Етәксе шулай уҡ йыйында ҡатнашыусыларҙы борсоған һорауҙарға ла яуап бирҙе.
Сараны дауам итеп, Фуат Кейекбаев районда янғынға ҡаршы хәл-торош менән таныштырҙы. Фәнзил Сыңғыҙов йорттарға янғынды иҫкәртеү ҡоролмалары урынлаштырыуға ҙур иғтибар бирергә ҡушты. Сүп-сар реформаһына килгәндә, район биләмәһендә 92 контейнер майҙансығы булып, шуның 41-е – Красноусолда. Район буйынса бөгөнгө көнгә 173 контейнер майҙансығы урынлаштырырға, дөйөм 626 контейнер һатып алырға кәрәк. Красноусолда 87 майҙансыҡ ҡуйырға һәм 197 контейнер һатып алып, йыл аҙағына район үҙәгендә сүп-сарҙы тоҡлап йыйыуҙан бөтөнләй арынырға тейешбеҙ, тине Фәнзил Фәйез улы.
Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Анатолий Ващенко күп фатирлы йорт ихаталары биләмәләрен төҙөкләндереү, сүп-сар йыйыу һәм уға түләү, берәҙәк эттәр, урам ҡыҙырып йөрөгән малдар мәсьәләләренә туҡталды. Март айынан “Гараждар” программаһы буйынса эш башланасағын белдерҙе, был проблеманы бергәләп хәл итәсәкбеҙ, тине ауыл биләмәһе башлығы.
Күп фатирлы йорттарҙың башлыҡтары үҙҙәренең йорт биләмәләрен төҙөкләндереү, ҡыйығын, фасадын ремонтлау, ихаталарын яҡтыртыу кеүек һәм башҡа һорауҙарҙы күтәрҙе. Уларҙың барыһына ла тиерлек шундуҡ яуап бирелде.
Сарала район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов бер төркөм күп фатирлы йорттар советтары рәйестәренә, үҙҙәре йәшәгән йорттарҙың поъездарына һәм ихаталарына матур биҙәк өҫтәгән алтын ҡуллы үҙ эше оҫталарына Рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырҙы.
Район башлығы Фәнзил Сыңғыҙов форумды йомғаҡлап, бөтөн күтәрелгән мәсьәләләрҙең хәл итеү юлдарын эҙләйәсәкбеҙ, тине. Сара һуңында унда ҡатнашыусылар апрелдә уҙасаҡ ошондай уҡ республика форумына делегат итеп Юрий Анатольевич Фокинды һайланы һәм ошоноң менән район форумы үҙ эшен йомғаҡланы.
Читайте нас в