-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2021, 13:15

Стәрлетамаҡ йәрминкәһе саҡыра

Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәте ауыл тауар етештереүселәрен, эшҡыуарҙарҙы, крәҫтиән һәм фермер хужалыҡтарын, шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоусыларҙы 7 февралдә ҡалала үтәсәк ауыл хужалығы йәрминкәһендә ҡатнашырға саҡыра.

Йәрминкә «Стәрлетамаҡ Ҡала мәҙәниәт һарайы» МАУ-ы майҙанында үтә, адресы: Туҡаев урамы, 9 (элекке «Сода» Мәҙәниәт һарайы), башлана 9.00 сәғәттә.
Шулай уҡ Башпотребсоюздың Стәрлетамаҡ район-ара базаһы биләмәһендә (Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 85) һәр шәмбе ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәр, крәҫтиән, фермер хужалыҡтары ҡатнашлығында йәрминкәләр үтә.
Йәрминкәлә сауҙа итеү өсөн урындар бушлай бирелә.
Йәрминкәләрҙең эш ваҡыты: иртәнге сәғәт 10-дан 15.00 сәғәткә тиклем.
Өҫтәмә мәғлүмәтте Ғафури район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлегендә 8(34740) 2-24-49, 2-14-06 телефондары аша алырға була.
Читайте нас в