-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Февраль 2021, 18:00

Гараж төҙөү хупланды

Имәндәш ауыл биләмәһе бер нисә йыл рәттән “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында уңышлы ҡатнашып, республика, ауыл биләмәһе бюджеты һәм урындағы халыҡ ярҙамы менән “МТЗ-82” тракторы һәм янғын һүндереү автомашинаһы, ҡар таҙартыу өсөн ротор алыуға өлгәшкән.

Имәндәш ауылы халҡы “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында артабан да ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм 2021 йылда хәл итергә кәрәкле иң көнүҙәк мәсьәләнең береһе – ике техника һыймалы гараж төҙөүҙе маҡсат итеп ҡуйҙы. Имәндәш ауыл мәҙәниәт йортонда үткән дөйөм йыйылышта урындағы халыҡ “Проект аҡсаһын автомашина менән трактор өсөн гараж төҙөүгә йүнәлтергә” тигән ҡарар ҡабул итте. Ауыл Советы депутаты Илдар Мәхмүтов, уҡытыусы Салих Муллашев, имам-хатиб Салауат Түзбәков был тәҡдимде хуплап сығыш яһанылар.
Ауылда урынлаштырыласаҡ әҙер каркаслы гараждың хаҡы яҡынса 900 мең һум: бағыусылар ярҙамы – 65 мең һум аҡса йыйыу күҙаллана, ауыл биләмәһе бюджетынан 120 мең һум ҡаралған. Республика бюджетынан 650 мең һум күләмендә субсидия бүленәсәк. Һәр кем был проект конкурсында еңеп сығыуға үҙ өлөшөн керетеп, маҡсатҡа ирешергә яҙһын.
Читайте нас в