-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Февраль 2021, 20:45

Төҙөкләндереүҙә ярҙамсы буласаҡ

Бурлы ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында актив ҡатнаша. Быйыл да Яугилде ауылы халҡы программала ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм 2021 йылда хәл итергә кәрәкле иң көнүҙәк мәсьәлә итеп трактор һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

Яугилде ауылы халҡы ҡатнашлығында үткән йыйылышта “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” проекты аҡсаһын “МТЗ-80.1” тракторын һатып алыуға йүнәлтергә” тигән ҡарар бер тауыштан хуплап ҡабул ителде, сөнки ауыл ерендә айырыуса ошо техникаға ихтыяж ҙур. Ауылда барлығы 76 хужалыҡ иҫәпләнеп, уларҙа 268 кеше йәшәй.
Ауыл халҡы исеменән Бурлы ауыл биләмәһенең 8-се округы депутаты, урындағы ФАП фельдшеры Гөлфиә Фәтих ҡыҙы Ишмөхәмәтова сығыш яһап:
- Беҙҙең ауылда ФАП, башланғыс мәктәп, клуб, балалар баҡсаһы, китапхана бар. Ауыл араһындағы юлдарҙы тәртиптә тотоу - ауыр бурыс. Был бурысты ауыл биләмәһендәге бөтә ауылдарҙы хеҙмәтләндергән иҫке генә “МТЗ-80” тракторы башҡарып сыға алмай. Көслө бурандарҙа бигерәк тә. Шуға ла ауыл өсөн яңы трактор һатып алыу күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә, - тине.
Тракторҙың хаҡы яҡынса 1 500 000 һум. Бағыусылыҡ ярҙамы 100 000 һум ҡаралған, ауыл биләмәһе бюджетынан 100 000 һум биреләсәк, ә халыҡтан йорт иҫәбенән 1500 һум аҡса йыйырға тип ҡарар ҡабул ителде. Программа шарттарына ярашлы, республика бюджетынан 1 миллион һум күләмендә субсидия бүленәсәк.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһының ауылдарҙы төҙөкләндереүгә индергән өлөшө ҙур. Берҙәм тырышлыҡ менән башҡарылған эш ауылдарҙа тормош-көнкүреште тағы ла яҡшыртыуға ҡоролған. Ауыл халҡының һәм биләмә хакимиәтенең оло ҡыуанысына, был конкурста еңеп сығырбыҙ тип уйлайбыҙ.
Ләйсән ХӘЛИЛОВА,
Бурлы урта мәктәбе уҡытыусыһы.
Читайте нас в