-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Февраль 2021, 16:25

Легендар шахматсы – Ғафуриҙа Красноусолда Халыҡ-ара гроссмейстер Сергей Карякин шахмат сеансы уҙғарҙы

Уҙған шәмбелә, йәғни 6 февралдә районыбыҙҙың йәш шахматсылары шахмат буйынса Халыҡ-ара гроссмейстер, донъяның вице-чемпионы, тиҙ шахмат һәм блиц буйынса донъя чемпионы Сергей Александрович Карякин менән шахмат таҡтаһы артында осрашты. Сарала шулай уҡ район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, Башҡортостан Республикаһы Шахмат федерацияһы рәйесе Филүс Хәмит улы Ишбулатов, БР Шахмат федерацияһының башҡарма директоры Әмирйән Миҙхәт улы Даукаев һәм Халыҡ-ара гроссмейстер Денис Рим улы Хисмәтуллин ҡатнашты.

Район мәҙәниәт һарайында уҙған шахмат байрамында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йыр-моң, дәртле бейеү һәм икмәк-тоҙ, яҡты йөҙ менән, сәк-сәктән һәм ҡымыҙҙан ауыҙ иттереп, ҡаршы алдылар. “Мағаш” ҡурайсылар ансамбленең ҡурай моңдары, кескәй бейеүсе – шахмат түңәрәге тәрбиәләнеүсеһе Зөлхизә Ҡотдосованың сығышы байрамға үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне.
Сараны алып барыусы Балалар ижады үҙәге педагогы Ирина Васильева ҡунаҡтар менән таныштырып үткәндән һуң, тәүге һүҙҙе район башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа бирҙе.
-Бөгөн Ғафури районында ҙур байрам. Халыҡ-ара гроссмейстер, донъяның шахмат йондоҙо Сергей Александрович Карякин килеп, йәш шахматсыларыбыҙ менән шахмат сеансы уҙғара. Районда шахматтың үҫешеүен билдәләргә кәрәк. Йәш шахматсыларыбыҙға килгәндә, улар маҡтауға лайыҡ. Шахмат секцияһында тренер Наталья Геннадьевна Проценко етәкселегендә 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге 100-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. “Үргә ос!” республика проекты сиктәрендә Красноусолдағы 1-се, 2-се һәм башҡорт гимназия-интернатында “Шахмат уйнарға өйрән” түңәрәгенә 35-тән ашыу бала йәлеп ителгән. Районыбыҙ мәктәптәре буйынса дөйөм 1200-ҙән ашыу бала шахмат уйнарға өйрәнә һәм уйнай. Сергей Александровичтың бөгөн беҙгә ҡунаҡҡа килеүе йәш шахматсыларыбыҙ өсөн икеләтә шатлыҡлы, сөнки донъяның көслө шахматсыларының береһе - Халыҡ-ара гроссмейстерҙы яҡындан күреү бер булһа, икенсенән, легендар шахматсы С.Карякиндың үҙе менән шахмат партияһы уйнау бәхетен кисерәсәктәр. Был байрам тәьҫораттары балаларыбыҙ күңелендә оҙаҡ һаҡланасаҡ, - тине Фәнзил Фәйез улы һәм шахматсыларға уңыштар теләне.
Артабан Сергей Карякинға һүҙ бирелеп, ул үҙ сиратында бер юлы шахмат уйыны сеансына йәш шахматсылар ғына түгел, ә көйәрмәндәрҙең, тамашасыларҙың күп килеүенә, шахмат һөйөүселәрҙең, был спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныусыларҙың уғата күп булыуына шатлығын йәшермәне һәм бындай сараны ойоштороусы БР Шахмат федерацияһына һәм район башлығына рәхмәтен еткерҙе.
- Минең уйымса, шахматты үҫтереү бик яҡшы инициатива, сөнки шахмат аҡыл үҫешенә булышлыҡ итеүсе, фекерләү ҡеүәһен арттырыусы берҙән-бер уйын төрө булып тора, кеше нисә йәштә булыуға ҡарамаҫтан, ул уғата файҙалы. Шуның өсөн һәр кемде шахмат уйнарға саҡырам, уны үҫтерегеҙ, күберәк шахмат ярыштары үткәрегеҙ, - тигән теләктәрен еткерҙе Сергей Александрович.
Әйткәндәй, мәғлүм булыуынса, Сергей Карякин 12 генә йәшендә Рәсәйҙә иң йәш гроссмейстер булып танылып, исеме Гиннестың рекордтар китабына индерелгән. Бынан тыш, ватандашыбыҙ ФИДЕ донъя кубогы еңеүсеһе, Рәсәй йыйылма командаһы составында ике тапҡыр донъя чемпионы.
БР Шахмат федерацияһы рәйесе Филүс Ишбулатов Башҡортостанда, атап әйткәндә Ғафуриҙа, шахмат уйыны үҙ урынын табыуын билдәләне. Филүс Хәмит улы бер ай элек шахмат буйынса “Чемпиондар чемпионы” республика ярыштарында 1-се урын яулаған Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Даниил Никифоровты БР Шахмат федерацияһының Маҡтау грамотаһы һәм миҙал менән бүләкләне. Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат буйынса тренеры Наталья Проценко БР Шахмат федерацияһының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.
Шахмат уйыны сеансының баш судьяһы БР Шахмат федерацияһы Судьялар коллегияһы рәйесе Максим Ибраһимов шахматсыларҙы уйын тәртибе менән таныштырып үткәс, ниһайәт, зирәктәр уйыны башланды.
Билдәле булыуынса, Сергей Карякин Башҡортостанға оҫталығын камиллаштырыу өсөн килгән. Күнекмәләр араһында билдәле спортсы шахмат һөйөүселәр менән осрашыуға ла ваҡыт тапты. Ул бер юлы 20 уйынсы менән блиц-турнир ойошторҙо. Шахмат таҡтаһы артында гроссмейстер менән Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең шахмат секцияһы тәрбиәләнеүселәре - иң көслө шахматсылар Айрат Хәкимов, Тимербулат Арыҫланов, Даниил Никифоров, Наталья Брыкалова, Иҙел Иҙрисов, Динислам Әбдрәшитов, Марат Ишмырҙин, Ясмина Әбдрәшитова, Марсель Ғөбәйҙуллин, Антон менән Алексей Елсуковтар, Тимур Мусин, Алина Тужикова, Милена Проценко, Арина Солтанбәкова, шулай уҡ үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләгән өлкән йәштәге шахматсылар Венер Мәжитов, Сабир Исхаҡов, Раил Камалетдинов, Александр Ширяев, Владимир Василь-евтар осрашып, оҫталыҡ дәресе алды. Турнирҙа шахматсыларға уйларға ваҡыт бирелһә лә, Сергей Карякиндың бындай мөмкинлеге булманы. Ул әленән-әле дәғүәсеһенең өҫтәле эргәһенә килеү менән сираттағы йөрөшөн яһаны. Ике сәғәткә яҡын арауыҡта сеанс барышында шахмат өҫтәлдәренең барыһында ла гроссмейстерға ҡаршы уйын ҡомары ҡыҙыу төҫ алыуға ҡарамаҫтан, йәш уйынсылар берәм-берәм еңелеп, уйынды тамамлай торҙо. Тимербулат Арыҫланов менән Даниил Никифоров көслө шахматсыға ҡаршы "һөжүмде" аҙаҡҡа тиклем дауам итте. Данлыҡлы шахматсыға ҡаршы тороу мөмкин булмағанын аңлаған йәш шахматсылар бында еңеү мөһим түгеллеген, бары тик был партия улар өсөн ҙур бүләк һәм ғүмерҙәренә етерлек үтә лә ҡиммәтле тәжрибә туплауҙарын, шулай уҡ күңелдәрендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырыуын билдәләне.
Аҡыл һәм зирәклек уйыны тамам. Спорт байрамында ҡатнашыусы шахматсылар иҫтәлекле бүләктәр алып, сертификаттарға, шахматсы значоктарына эйә булып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Сара легендар гроссмейстер менән фотоға төшөү менән тамамланды, теләүселәр автограф алды.

Читайте нас в