-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Февраль 2021, 14:40

Өлгөлө һалдат

Күптән түгел Ҡаранйылға ауылында йәшәүсе Әүхәт Мәхийәнов улы Айгиз хеҙмәт иткән часть командование-һынан Рәхмәт хаты алып, оло ҡыуаныс кисерҙе.

Хәрби часть командиры, подполковник Е.Жук ебәргән хатта түбәндәге юлдар бар: “Хөрмәтле Әүхәт Риф улы! Һеҙҙең улығыҙ хеҙмәт итеү осоронда үҙен эшһөйәр, яуап-лы һәм тәртипле итеп күрһәтте. Өлгөлө хеҙмәте, әхлаҡи һәм эшлекле сифаттары менән хеҙмәттәштәре, часть командованиеһы яғынан ҙур ихтирам яуланы. Часть командованиеһы исеменән һәйбәт ул, уяу ил һаҡсыһы тәрбиәләгәнегеҙ өсөн һеҙгә тәрән ихтирам һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, уңыштар, именлек теләйбеҙ”.
Айгиз Мәхийәнов Сәйетбаба урта мәктәбенең 9-сы класын тамамлағас, Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалында дөйөм төҙөлөш эштәре мастерына уҡып, иретеп йәбештереүсе, ташсы һөнәрен үҙләштергәндән һуң хәрби хеҙмәткә алынған. Айгиз Ватан алдындағы изге бурысын бынан ары ла намыҫлы үтәп, ауылдаштарының, туғандарының, яҡындарының ғорурлығы булып торһон.
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Ҡаранйылға ауылы.
Читайте нас в