-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль 2021, 13:10

Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ

Беҙҙе улыбыҙ Рәмзилдең сәләмәтлеге борсой, ул тыумыштан килгән зәғифлеге арҡаһында үҙаллы атлай алмай.

Улыбыҙҙың иң ҙур хыялы – үҙ аяғында йөрөү. Интернеттан атларға ярҙам итә торған махсус корсет күрҙек һәм нисек тә улыбыҙҙың хыялын тормошҡа ашырыу уй-теләге менән яна башланыҡ. Рәмзилгә ярашлы корсеттың хаҡы 16 мең һумдан башлана. Әммә уны алыу беҙҙең генә көсөбөҙҙән килерлек түгел ине. Корсет алып бирешеүҙе һорап районда ойошторолған “Өмөт нуры” инвалидтарға ярҙам фондына мөрәжәғәт иттек, уның да был тиклем мөмкинлеге юҡ. Декабрь аҙаҡтарында фонд директоры Ләйсән Табулдина район гәзиттәре аша райондаштарыбыҙҙан ошо
сумманы йыйыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне.
Аллаға шөкөр, изгелексән район-даштарыбыҙ быға битараф ҡалманы, тейешле күләмдә аҡса йыйылып, корсетҡа заказ бирелде. Ниһайәт, күптән түгел почта аша корсетты алдыҡ. Аҡсалата ярҙам ҡулы һуҙған мәрхәмәтле, изгелексән кешеләрҙең барыһына ла, “Өмөт нуры” инвалидтарға ярҙам фондына гәзит аша оло рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Иҫән-һау булығыҙ, шатлыҡтар менән йәшәгеҙ.
Ата-әсәһе Гөлдәр һәм Радик ӘМИРХАНОВтар.
Читайте нас в