-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Февраль 2021, 12:10

Тарихҡа иғтибар

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән рес-публикала 2021 йыл Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителде.

Был күләмле проект йәмғиәттең иғтибарын башҡорт халҡының тарихына, Рәсәй һәм донъя тарихында башҡорттарҙың роленә йүнәлтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Тематик йылды уҙғарыу буйынса методик тәҡдимдәр раҫланған.
Башҡорт тарихы йылының төп йүнәлештәре - башҡорт ырыуҙары тарихы, Ҡарауанһарай тарихи-архитектура комплексы буйынса саралар, “Шайморатовсылар” проектын дауам итеү, күренекле башҡорт эшмәкәрҙәренең иҫтәлеген мәңгеләштереү һәм яңы “Мин – “Төньяҡ амурҙары” тоҡомо” проекты.
Йылдың концепцияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының рәсми сайтында (https://kurultai.ru/) ҡуйылған.
Читайте нас в