-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Февраль 2021, 15:05

Көсөргәнешле, ҡыҙыҡлы бәйге үтте

Байрам алды уңайынан һәм хәрби-патриотик айлыҡ сиктәрендә Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең спорт залында Ауырғазы күп профилле колледжының Красноусол филиалы “Йәгеҙ әле, егеттәр!” тигән матур сара уҙғарҙы.

Иң тәүҙә тамаша ҡылырға килеүселәр, ҡатнашыусылар, ойоштороусылар Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһы Гимндарын тыңланылар. Һуңынан ярышта ҡатнашасаҡ ике команда – 1-се һәм 2-се курс студенттары үҙҙәре менән таныштырҙы. Уларҙы баһалап, еңеүсе команданы билдәләү өсөн уҡытыусылар Илдар Ҡотов, Елена Курбатова, Светлана Ғүмәрованан торған жюри билдәләнде.
Уйында ҡатнашыусылар “АК-74” автоматын һүтеп йыйыу, тупты кәрзингә ырғытыу, арҡан тартышыу, ҡул көрәше кеүек көс талап иткән төрлө күнекмәләрҙә ихлас ярышты. Өҫтәлмә белем биреү педагогы Рәзил Хәкимов төрлө төркөм уҡыусыларынан һоҡланғыс концерт номерҙары ла әҙерләгән ине. Ярыштың спорт өлөшөн физкультура уҡытыусыһы Азамат Килмөхәмәтов алып барҙы. Көсөргәнешле, ҡыҙыҡлы, сәмле бәйгеләрҙән һуң жюри 1-се курс студенттарын еңеүсе тип билдәләне. 2-се курс студенттары уларҙан бер аҙға ғына ҡалышты.
Сарала ҡатнашып, матур һәм күңелле байрам кәйефе булдырған егеттәргә уҡыуҙарында һәм алдағы тормоштарында уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Винер БАТЫРШИН,
директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы.
Читайте нас в