-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Февраль 2021, 15:10

Оноторға хаҡыбыҙ юҡ

15 февралдә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған митинг уҙҙы

Бынан 32 йыл элек, 1989 йылдың 15 февралендә Афғанстандан совет ғәскәрҙәрен сығарыу тамамланды. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календарына индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә.
Ошо көндә Красноусолдағы Хәтер аллеяһы алдындағы майҙандағы митингҡа локаль һуғыш ветерандары, район хакимиәте һәм хәрби комиссариат вәкилдәре, йәштәр, предприятие, учреждение һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре йыйылды.
Алыҫ Афғанстанда барған һуғыш уты районыбыҙҙың бик күп ғаиләләренә ҡағылды. Был һуғышта 200-ҙән ашыу Ғафури егете ҡатнаша, уларҙың бишәүһе тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайта алмай. Яуҙа башын һалғандарҙы иҫкә алыу, хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡандарға хөрмәт һәм рәхмәт һүҙҙәрен район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары Фәйруз Ғимаҙиев, хәрби бәрелештәр ветерандарының район йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Илфат Закиров еткерҙе. Сығыш яһаусылар сараның әһәмиәте, яҡташтарыбыҙҙың яу яландарында күрһәткән ҡаһарманлығы тураһында һөйләне, үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә данлы традицияларға тая-
ныуын билдәләне. Районда бындай сараларҙы башлап йөрөүсе хәрби хеҙмәт һәм хәрби бәрелештәр ветерандарының эшмәкәрлеге оло баһаға лайыҡ.
Митингыла ҡатнашыусылар интернациональ бурысын үтәгән ваҡытта һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тынлыҡ менән хөрмәтләп иҫкә алды. Ҡышҡы тынлыҡты боҙоп яңғыраған автомат залпы аҫтында һәйкәлдәргә сәскәләр һалынды.
Саранан һуң хәрби хәрәкәттәр ветерандары район мәҙәниәт һарайында “Перевал” вокаль-инструменталь ансамбле һәм район артистары ҡатнашлығында матур концерт ҡараны.
Читайте нас в