-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Февраль 2021, 12:05

Һалдаттар әсәһе

Ерҙән һалдат атлай Тыуған ерҙе һаҡлай...Эйе, тыуған ерҙә-рен һаҡланылар Роза апай менән Марат ағай Әбделмәновтарҙың улдары. Ғаиләлә биш егет, дүртәүһе һалдат бутҡаһын ашаны, әрме хеҙмәтен намыҫ менән башҡарҙы...

Роза апайҙың Үзбәк ауылынан Ибраһимға килен булып төшөүенә лә байтаҡ йылдар үтеп киткән. Был ауылды үҙ иткән ҡыҙ М.Ғафури исемендәге колхоздың Ибраһим һөтсөлөк фермаһында һауынсы булып эш башлай. Бер-бер артлы улдары тыуа.
-Ҡәйнәм балаларға күҙ-ҡолаҡ булды. Беҙ икәүләп ферма эшенән бушаманыҡ. Ул вафат булғас, малайҙарым үҙҙәре донъя көттө, малайҙар эше, ҡыҙҙар эше тип айырып торманылар, барыһын да эшләнеләр. Икешәр һыйыр тота инек, уларҙы һауып, ҡош-ҡорттарҙы тәрбиәләп, өлкәндәре бәләкәйҙәрен ҡарап, мейестә икмәк бешереп, беҙҙең эштән ҡайтҡанды түҙемһеҙлек менән көтөп алалар ине, - тип хәтер йомғағын һүтә Роза апай. - Бишәүһенең дүртеһе ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәп ҡайттылар. Оло улыбыҙ Айрат әрме хеҙмәтенә барам, тип дәртләнеп кенә йөрөгәндә, комиссия яҫы табанлылыҡ тигән диагноз ҡуйып, кире бороп ҡайтарған, ҡайғырып, уңайһыҙланып йөрөнө. Улдарымдың икенсеһе Альберт Чечняла хеҙмәт иткән. Мине борсомаҫ өсөн дөрөҫөн әйтеп тормаған. Хат юҡ тип борсолам, ваҡыты юҡтыр тип, мине йыуаталар. Әсә йөрәге һиҙмәй буламы һуң? Хеҙмәте бөтөүгә ике ай бар ине, ә ул уйламағанда ҡайтып төштө. Баҡтиһәң, 8 ай Чечня хеҙмәтен иҫәпләп, отпуск биреп, алданыраҡ ҡайтарып ебәргәндәр икән. Өсөнсөһө - Азамат Төмәндә, десант ғәскәрендә, дүртенсеһе – Айнур Мәскәү өлкәһендә хәрби хеҙмәтен тултырҙы. Хәрби часть командиры, полковник Д.В.Черепановтан килгән Рәхмәт хаты әле лә һаҡлана. Кесе улым Илнур Ставрополь крайында Будёновск ҡалаһында изге бурысын үтәне, - тип һөйләне һалдаттар әсәһе.
Их, һеҙ, һалдат әсәләре! Күпме борсо-лоуҙар,уйланыуҙар, йо-ҡоһоҙ төндәр үткән һеҙҙең йөрәк аша, һеҙҙә генәлер ул иң сабыр йөрәк...Төндәр буйы уҡыған доғаларығыҙ ҡабул булған, фәрештәнең “Амин!” тигән сағына тура килгән...
Бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе алған биш егет - Айрат, Альберт, Азамат, Айнур, Илнур Әбделмәновтар тормошта ла һынатмайҙар, үҙ урындарын таптылар. Һәр береһе матур донъя ҡорған: икешәр, өсәр бүлмәле фатирҙары, машиналары бар, икешәр, өсәр бала үҫтерәләр, барыһы ла Салауат ҡалаһында төпләнгән. Азамат, Айнур, Илнур Себер тарафтарында эшләйҙәр, ваҡыт табып тыуған ауылдарына ҡайтып, хәҙер инде яңғыҙ йәшәгән инәләренең хәлен белешеп, ярҙам итеп китәләр.
Миңһылыу МИРХӘЙҘӘРОВА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.
Читайте нас в