-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Февраль 2021, 21:00

“Бергә, берҙәм эшләйек!” Киңәйтелгән ултырышта йылға йомғаҡ яһалды, яңы бурыстар күҙалланды

19 февралдә район мәҙәниәт һарайында Ғафури районы муниципаль район Советының сираттағы 8-се киңәйтелгән ултырышы үтте. Уның эшендә БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Рөстәм Рифат улы Ишмөхәмәтов, тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге буйынса Башҡортостан Республикаһы Дәүләт комитеты рәйесе Маргарита Дмитриевна Болычева, Муниципаль район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, депутаттар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, учреждение, ойошма, предприятие, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәре ҡатнашты. Тәүҙә район Советы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаты А.Н.Изотовтың Ҡотлау адресын уҡып ишеттерҙе.

Район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов “Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының 2020 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары тураһында. 2021 йылға төп саралар һәм өҫтөнлөклө бурыстар” исемле доклад (гәзиттең киләһе һанында бирелә) менән сығыш яһап, башҡарылған эштәрҙе барланы, ағымдағы йылға бурыс-маҡсаттарҙы билдәләне. Һүҙ оло ҡунаҡтарға ла бирелде. БР Дәүләт комитеты рәйесе М.Д. Болычева республикалағы социаль-иҡтисади хәл, төрлө өлкәләрҙәге уңыштар, ағымдағы йылда көтөләсәк саралар менән таныштырҙы. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Р.Р.Ишмөхәмәтов пандемияға бәйле ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, райондың тотороҡло үҫеш юлында булыуын, аҙ килемле ғаиләләргә, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү йәһәтенән бергә күп эштәр эшләнеүен билдәләне, тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барған район хакимиәтенә рәхмәт белдерҙе. Рөстәм Рифат улы халыҡ мөрәжәғәттәренә туҡталып, ситтән тороп уҡыу ваҡытында мобиль элемтәнең сифаты, Интернет юҡлығы тураһындағы һорауҙарҙың күп булыуын әйтте. “Ростелеком” менән берлектә “Һәр кем ҡулланырлыҡ Интернет” программаһына Юлыҡ, Имәндәш, Ташлы, Еҙем-Ҡаран ауылдарын индереү, газ үткәреүгә бәйле законға үҙгәрештәр керетеү (газды газ плитаһына тиклем үткәреү), Көгөш йылғаһы үҙәнен таҙартыу, төрлө йүнәлештәргә инвесторҙар йәлеп итеү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса эштәр алып барылыуын билдәләне. Сығышының һуңында ул бер нисә кешегә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Рәхмәтен тапшырҙы.
Сарала райондың бер төркөм алдынғыларына Муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. Ултырыш һуңында ҡарар ҡабул ителде. Сараға йыйылыусылар 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө айҡанлы матур концерт ҡараны.
Читайте нас в