-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Февраль 2021, 11:45

Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов иҫтәлегенә 2003-2004 йылғы үҫмер егеттәр араһында Башҡортостан Республикаһы беренселегенә көрәш үтте

Шәмбе көнө Красноусолдағы физкультура-һауыҡтырыу комплексында Рәсәй Геройы Фәрүәт Абдулла улы Яҡупов иҫтәлегенә арналған 2003-2004 йылғы үҫмер егеттәр араһында Башҡортостан Республикаһы беренселегенә көрәш бәйгеһе үтте. Бында республикабыҙҙың 23 район-ҡалаһынан 117 көрәшсе ҡатнашты.

Сараны тантаналы асыуҙа Ғафури район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, район Советы рәйесе, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, БР “Көрәш спорты һәм билбаулы көрәш федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы президенты Вәкил Искәндәр улы Ильясов, Федерацияның вице-президенттары, Стәрлетамаҡ физкультура колледжы директоры, профессор Миҙхәт Биктимер улы Мусакаев менән Марс Наил улы Субаев, “Рәсәй терәге”нең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Азат Ришат улы Абдуллин, БР Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы урынбаҫары Эльвир Фәрит улы Сәғитов, “Өфө статус” ЯСЙ-е генераль директоры Роберт Әнүәр улы Йосопов, “Өфө аквапаркы” генераль директоры Заурад Урал улы Йомаҡаев, “Дозор 02” шәхси һаҡ предприятиеһы генераль директоры Әлфир Әҡсән улы Насиров, ЭЭМ медсанчасы начальнигы, эске хеҙмәт подполковнигы Земфир Замир улы Ҡотоев булды.
Ҡыҙыу бәйге алдынан сығыш яһаған Балалар ижады үҙәге бейеүселәре, “Быҙыбыт” бейеү ансамбленең бәләкәйҙәр төркөмө (И.Хәбибуллин) сығыштары, район
мәҙәниәт һарайы артистарының сығышы көрәшселәргә рух һәм дәрт өҫтәне.

(Ярыштан тулыраҡ яҙма - киләһе һандарҙа).
Читайте нас в