-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2021, 16:50

Өлкәндәр өсөн ҡулланма

2020 йылда Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе “Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм пенсионерҙарға хоҡуҡи ярҙам” тип аталған проект менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсында еңеп сығып, 1 миллион һум аҡса алды.

Проект гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереүгә, ветерандар һәм пенсионерҙарға юридик ярҙам күрһәтеүгә, хоҡуҡи аңлатыу эше алып барыуға йүнәлтелгәйне. Ошо грантты бойомға ашырыу сиктәренд 26 мең дананан ашыу тираж менән брошюра баҫып сығарылды, унда ветерандар һәм пенсионерҙарға тәғәйенләнгән төп льготалар тураһында мәғлүмәттәр тупланған. Был йыйынтыҡ – өлкән быуын кешеләренә төрлө хәл-ваҡиғаларҙа алмаштырғыһыҙ ҡулланма. Ассоциация белгестәре әле райондарға сығып ветерандар менән осрашып, ошо брошюра менән таныштыра, үҙ хоҡуҡтарыңды белеү һәм яҡлау өсөн уны нисек ҡулланырға өйрәтә.
Беҙҙең районда үткән шундай осрашыуға Рәсәй Юристар ассоциацияһы ағзаһы Эльвира Рауил ҡыҙы Усманова килде. Ул йыйылыусыларҙы ойошманың нисек барлыҡҡа килеүе һәм төп эш йүнәлештәре менән таныштырҙы.
- Беҙҙең төп эш йүнәлештәренең береһе – финанс мөмкинлеге булмағандарға бушлай юридик ярҙам күрһәтеү. Граждандарға консультация биреүҙә адвокаттар, Росреестр, прокуратура, Юстиция министрлығы, Федераль Суд приставтары хеҙмәте һәм башҡа хеҙмәткәрҙәр ҡатнаша. “Хоҡуҡи ярҙам” брошюраһын баҫтырып сығарыу – күп төрлө белгестәрҙең берлектәге хеҙмәт емеше. Китап республиканың һәр районына, ҡалаһына илтеп еткереләсәк, йәғни ветерандар һәм пенсионерҙар менән аңлатыу эше тотош республика биләмәһендә бойомға ашырыласаҡ, - тип билдәләне Э.Усманова.
Кәңәшмәлә үк килеүселәргә брошюралар таратып бирелде. Өлкәндәр, форсаттан файҙаланып, һорауҙар бирҙе, борсоған проблемаларҙы күтәрҙе. Ә проблемалар, күренеүенсә, етерлек ине. Улар башлыса төрлө дәүләттән түләүҙәр, пособиелар, капиталь ремонт, сүп-сар өсөн түләү, газ үткәреү тураһында булды.
Райондың өлкән быуыны исеменән Красноусол ауылының ветерандар советы рәйесе Валентин Суслов сығыш яһаны.
Үҙ сиратында Эльвира Рауил ҡыҙы пенсионерҙарҙы район
хакимиәттәрендә һәр квартал ойошторолоп торған бушлай юридик ярҙам көндәренә килергә саҡырҙы. Тап уларҙа юридик-консультатив ярҙам алырға, проблемаң менән кемгә мөрәжәғәт итергә икәнен белергә, беренсел ғаризаларҙы нисек тултырырға өйрәнергә була. Һәм былар барыһы ла – бушлай. Юридик ярҙам көндәре хаҡында, ғәҙәттә, район гәзиттәре аша хәбәр ителә.
Ғафури районының ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова ла Э.Усмановаға рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
- Бөгөн беҙгә алып киленгән брошюра – бик үҙенсәлекле документ, унда һәр өлкән кешенең тормошона ҡағылышлы: социаль һәм пенсия тәьминәте булһынмы, льготалар, наградалар һ.б. хаҡындамы - күп һорауҙарға яуап табырға була. Үҙ сиратыбыҙҙа, беҙ уларҙы, көндәлек эштәрендә ҡулланһындар өсөн, һәр ветерандар ойошмаһына тапшырасаҡбыҙ, - тине Э.Мөлөкова.
Читайте нас в