-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Февраль 2021, 20:25

Ғафуриҙы уҡыйбыҙ һәм данлайбыҙ Шағир исемендәге фонд уҙғарған Халыҡ-ара конкурсҡа йомғаҡ яһалды

Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығына арнап уҙғарылған “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” исемле Халыҡ-ара әҙәби-нәфис бәйге еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.

“Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” бәйгеһен Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Ғафури район хакимиәте, БР Милли әҙәби музейы, М.Ғафуриҙың Мемориаль йорт-музейы булышлығында М.Ғафури исемендәге мәҙәни фонд ойошторған, ул, пандемияға бәйле сәбәптәр арҡаһында, онлайн-тәртиптә үтте. Шуға ҡарамаҫтан, матур йолаға әйләнә барған Халыҡ-ара әҙәби-нәфис конкурстың географияһы йылдан-йыл киңәйә. Быйыл, мәҫәлән, Башҡортостандың бөтә райондарынан да, шулай уҡ Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Златоуст ҡалаларынан, Ульяновский һәм Пермь өлкәләренән, Ҡабарҙы-Балҡарҙан, хатта Белоруссия, Канада, Ҡытай, Австралия, Франция, Македония, Чехия, Төркиә, Үзбәкстан, Тажикстан кеүек яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән дә ҡатнашыусылар булды. Унда 5-тән алып 85 йәшкә тиклемге 1000-дән ашыу кеше ҡатнашты. Шуныһы әһәмиәтле, республикала Башҡорт теле йылы булараҡ үткән 2020 йылдағы конкурста ҡатнашыусыларҙың өстән ике өлөшө М.Ғафури әҫәрҙәрен башҡорт телендә һөйләне. Шиғырҙар тағы ла рус, татар, сыуаш, инглиз һәм ҡытай телдәрендә лә яңғыраны.
Бәйгене йомғаҡлау айҡанлы ойошторолған Гала-концерт 4 февралдә Өфөлә, М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында үтте. Унда бәйге еңеүселәре бүләкләнде, улар башҡарыуында шағир әҫәрҙәре тыңланды. Төрлө тарафтарҙан килгән еңеүселәр өсөн шағирҙың тыуған төйәгенә сәфәр ҙә ойошторолдо. Еҙем-Ҡаранда үткән ижади кисә ошо сәфәр программаһының бер өлөшө булып торҙо.
Осрашыуға килгән ҡунаҡтар – Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәни фонд етәксеһе, психология фәндәре кандидаты Люция Камаева, Бөтә донъя татарҙары конгресының Башҡортостан буйынса етәксеһе Альфред Дәүләтшин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Флүрә Батталова, “Голос.Дети” проекты финалисы, әлеге ваҡытта Ҡазан университеты студенты Сәйҙә Мөхәмәтйәнова иң тәүҙә М.Ғафури паркында булды, шағирыбыҙ илһам алған Ҡаран шишмәһенең һыуын тәмләне.
Мәҙәниәт йортонда үткән сараны Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күп йылдар ошо мәҙәниәт усағында күңел биреп, ихлас эшләп йөрөүсе Рәүилә Килмөхәмәтова алып барҙы.
Бына сәхнәгә Люция Камаева менән М.Ғафуриҙың бүләре (Мәжит – Әнүәр – Хәлит - Мирсәйет) Мирсәйет Ғафури күтәрелә. Улар Еҙем-Ҡарандағы М.Ғафури музейы хеҙмәткәрҙәренә һәм бәйге еңеүселәренә Дипломдар, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. М.Ғафуриҙың туранан-тура вариҫы ҡулынан бүләк алыу, әлбиттә, мәртәбәле һәм тулҡынландырғыс ине. Рәүилә Килмөхәмәтова, Еҙем-Ҡаранда күп йылдар эшләп килгән “Әхирәттәр” ойошмаһы, уның әүҙем ағзалары, шулай уҡ иң өлкән ҡатнашыусы Зәйтүнә Искәндәрова, БДМУ студенты Айлина Әбделмәнова, Юлыҡ ауылынан уҡытыусы-ветеран Рима Рафиҡова, Ватан ауылынан сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары (етәкселәре – Г.А.Вәлиева) Дипломдарға лайыҡ булды. М.Ғафури музейы директоры Рәсилә Зиннәт ҡыҙы менән хеҙмәткәр Исламутдин Нәжметдиновтарға шағир ижадын популярлаштырған һәм яҡлаған өсөн Маҡтау грамоталары, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтоваға Рәхмәт хаты тапшырылды.
Миңнира Сәғит ҡыҙы сарала ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп сығыш яһаны, Альфред Дәүләтшин менән район мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Ғәлиә Рахманғолованың, Игенйылғанан килгән Зилә Сәйетбатталованың сығыштары ла фәһемле булды.
Еҙем-Ҡарандың “Ҡараншишмә” халыҡ театрының (режиссеры – Динира Биктимерова) кесе төркөмө Сәрүәр Суринаның “Сыңрау торна” әҫәренән өҙөк күрһәтте. Кескәй Мәжитте һәм Сыңрау торнаны һынландырған Илһам Ғиззәтуллин менән Гөлнур Шәйәхмәтованың, башҡа артистарҙың да үҙ ролдәрен оҫта башҡарыуы һоҡландырҙы. Һәләтле, моңло тауышлы йырсыбыҙ Динислам Шафиҡовтың йырҙары күңел ҡылдарына сиртте.
Ҡунаҡтарҙың сығышы сараны айырыуса биҙәне. Башҡортостан хор капеллаһы солисткаһы, тамыры менән беҙҙең райондың Татар Саскүле ауылынан булған Флүрә Батталованың, телевидение, Интернет аша киң танылған талантлы йәш йырсы Сәйҙә Мөхәмәтйәнованың йырҙарын тамашасылар тын да алмай тыңланы һәм алҡыштарға күмде. Сәйҙә Мәжит Ғафури һүҙҙәренә Мәскәү композиторы Радмир Шәйхетдинов ижад иткән “Бер ғашиҡтың һүҙҙәре” тигән йырҙың премьераһын тәҡдим итте. Тап ошо йырҙы башҡарғаны өсөн ул һәм йыр авторы “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ” Халыҡ-ара конкурсының Гран-прийына лайыҡ булғандар ҙа инде.
Бик матур, йылы тәьҫораттар ҡалдырған сара Ғафури районы гимны менән тамамланды.
Фәрғәт ҒӘЛИН.
Читайте нас в