-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март 2021, 10:10

Татыу ғаилә - ил күрке

Красноусол ауылында татыулыҡтары менән айырылып торған, бер төптән булып йәшәгән Гөлшат менән Ришат Шаймарҙановтарҙың күркәм ғаиләһен белмәгән кеше һирәктер. Тамырҙары – Сәйетбабанан, икеһенең дә әсәйҙәре – ошо ауылдан. Улар өс бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. Ҡыҙҙары Регина ғаиләле, улдары Камил менән Ишморат Красноусол башҡорт гимназия-интернатын тамамлап, Өфө дәүләт нефть техник университетында белем алалар. Шаймарҙановтар ейәнсәр менән ейәнгә олатай-өләсәй булыуҙары менән дә бәхетле.

Был башҡорт рухлы, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған, спортты үҙ иткән әүҙем ғаиләне районда уҙған һәр төрлө сараларҙа осратырға мөмкин. Шаймарҙановтар ҡайҙа ла бергәләр, бар ғаиләләре менән районда “Мәргән уҡсы” ярыш-фестивален ойоштороп уҙғарыуҙа күп көс һалалар, барыһы ла уҡ атыуға маһирҙар. Нәҫел тамырҙарын барлап, Ҡырмыҫҡалыла Шәжәрә конкурсында ла ҡатнашҡандар. Сорғот ҡалаһында вахта ысулы менән эшләүсе ғаилә башлығы Ришат Раян улы сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының “Граница” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Ғафури районы бүлексәһенә етәкселек итеү менән бер рәттән әүҙем йәмәғәтсе булыуы менән айырыла, ҡайһы бер спорт бәйгеләре уның инициативаһы менән үтә, ҡайһыларында үҙе лә ҡатнаша, улдарын да үҙе артынан эйәртә. И.Абыҙгилдин менән Красноусолдағы 3-сө мәктәп базаһында “Батыр” хәрби-патриотик клубын ойоштороуҙа тырышлыҡ һалыусыларҙың береһе. Улдары бында ҡул һуғышы секцияһында шөғөлләнгән, хоккей ҙа уйнайҙар.
Красноусолда “Төньяҡ амурҙары” иҫтәлегенә һәйкәл булдырыуҙа Шаймарҙановтар ғаиләһенең өлөшө ҙур. Улдары Камил үҙенең фәнни-тикшеренеү эшендә 1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорт яугирҙары – “Төньяҡ амурҙары” ла ҡатнашыуын архив документтары аша иҫбатлағас, район үҙәгендә “Төньяҡ амурҙары”на (авторы - И.Шәйәхмәтов) һәйкәл төҙөлөшөнә рөхсәт алына ла инде.
Ғаиләлә һәр кемдең үҙ шөғөлө, Ришат Раян улы улдары менән уҡтар эшләй. Гимназияла тәрбиәсе булып эшләгән Гөлшат Миңлеғәле ҡыҙы ирҙәрҙең боронғо башҡорт милли яугир кейемдәрен тергеҙеп, тегеү менән мәшғүл.
Татыу ғаилә – ил күрке, тиҙәр, ныҡлы ғаилә – донъя тотҡаһы. Ә Шаймарҙановтар тап шундайҙарҙан.
Читайте нас в