-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Март 2021, 14:00

Демографик хәл һөйөндөрмәй

Үтәк ауыл биләмәһендә үткән ауыл биләмәһе Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырышында район хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары Ирина Небогатова, район Советы белгесе Марсель Йәнмырҙин, район хакимиәтенең административ комиссияһы яуаплы секретары Юлай Нәзиров, участка уполномоченныйы Александр Костин, ауыл Советы депутаттары, урындағы халыҡ ҡатнашты.

Үтәк ауылы клубында уҙған йыйылышта ҡатнашыусылар ауыл һәүәҫкәрҙәренең йыр-моңдарынан торған концерт номерҙарын ҡарағандан һуң, ултырыш үҙ эшен башланы. Төп отчет доклады менән Үтәк ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Әмерханов сығыш яһаны.
- Үтәк ауыл биләмәһенә 5 ауыл ҡарай: Үтәк, Туғай, Игенселәр, Иҡтисад, Ҡыҙыл ялан. Уларҙа 477 шәхси хужалыҡта 914 кеше йәшәй. Демографик хәл түбәнәйә бара. Һуңғы дүрт йылды сағыштырып ҡараһаҡ, күрһәткестәр бына шулай: 2020 йылда 5 сабый тыуған, 21 кеше мәрхүм булған, 2019 йылда 24 кеше вафат булған, 10 бала тыуған, 2018-ҙә 27 кеше мәрхүм, 3 сабый тыуған, 2017-лә 29 кеше вафат булған, 7 сабый донъяға килгән.
Ауыл биләмәһендә “Ғафаров”, “Мөьминов” хужалыҡтары менән бер рәттән “Р.В.Рәжәпов”, “Л.В.Латипова”, “Р.Ш.Ғиззәтуллин” шәхси хужалыҡтары теркәлгән һәм эшләп килә. Улар пай ерҙәре хужалары менән 11 айға килешеү төҙөшөп, Үтәктә – 1142 га, Туғайҙа 877 га ер эшкәртә. 2021 йылда килешеүҙәрҙе яңынан ҡарап сығырға тура киләсәк.
Үтәк ауылы биләмәһендә НКО (коммерциялы булмаған ойошма) булдырыу өҫтөндә эш алып барылды, һәм, ниһайәт, быйыл ауылда “Мечта” исемендәге НКО теркәлеү үтте. Уның эшмәкәрлеген физкультура-һауыҡтырыу өлкәһенә йүнәлтеү күҙаллана. Был йүнәлеште Р.Р.Ғөбәйҙуллина үҙ өҫтөнә алды.
Урындағы үҙидара органдарының төп бурысы булып ауыл халҡын социаль яҡлау, инфраструктураны һаҡлап ҡалыу һәм яҡшыртыу тора. Бөгөнгө көндә һыу үткәргестең иҫкелек сигенә етеүе борсолоу тыуҙыра. Ҡайһы бер ауылдаштарыбыҙ һыуҙы ҡулланған өсөн аҡса түләргә ашыҡмай, газға, электр энергияһына түләйҙәр, ә һыуға тигәндә юҡ. Өйҙәренә һыу кергәндән бирле һыуға түләмәгән ауылдаштарҙың булыуы асыҡланды. Көндәр йылыныу менән экскаватор ярҙамында был йорттар үҙәк һыу үткәргестән өҙөләсәк.
Ауыл биләмәһендә дөйөм эске юлдарҙың оҙонлоғо 17 710 метр тәшкил итә, шуның 8500 метры асфальтланған. Юлдарҙың асфальт япмаһы торошо насар хәлдә. Былтыр район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы менән килешеү нигеҙендә асфальт юлдар капиталь ремонтланды. Был эштәр өсөн район хакимиәте тарафынан 960 мең һум аҡса бүленде. Бынан башҡа Үтәк ауылында Келәт, Чкалов, Баҡса урамдары юлдарының (дөйөм 950 метр) асфальтланмаған өлөшөнә ҡырсынташ түшәлеп, ремонтланды, - тине А.Әмерханов.
Биләмә башлығы шулай уҡ ҡышын юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, сүп-сар йыйыу, урамдарҙы яҡтыртыу, мәҙәни өлкә, халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү, почта бүлексәһенең эшмәкәрлеге менән таныштырып үтте, янғын хәүефһеҙлеге мәсьәләһенә лә туҡталды.
- Ауыл биләмәһендә 9 эшҡыуар иҫәпләнә. Фәнил Сәлихов, Айнур Байдәүләтов, Әлиә Сәмиғуллина, Руслан Рәжәпов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Ирина Рәхмәтуллина, Ләйсән Латипова, Риф Мөьминов, Рауил Ғафаровтар урмансылыҡта, ағас материалдарын эшкәртеүҙә, ауыл хужалығында, сауҙала эшләйҙәр. Улар ауылдарҙа уҙғарылған сараларҙа әүҙем ҡатнашалар һәм финанс ярҙамы күрһәтәләр. А.Байдәүләтов былтыр эшһеҙҙәр исемлегендә торған дүрт кешене район Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге йүнәлтмәһе буйынса эшкә урынлаштырҙы. Эшҡыуарҙарға рәхмәт әйтеп, эштәрендә уңыштар теләйем.
- Шәхси хужалыҡтарҙа 370 баш һыйыр малы аҫралып, шуның 164-е – һауын һыйырҙары, һарыҡтар – 530, кәзәләр – 55, аттар – 36, ҡош-ҡорт – 2013, умарталар 475 баш иҫәпләнә. Ауылдаштарыбыҙ араһында күп мал аҫраусылар Үтәктән Рауил Маликов, Динар Камалов, Наил Маннанов, Фәрит Бохаров, Туғайҙан Фәнзил Рәхмәтуллин, Рим Йәрмөхәмәтов, Игенселәрҙән Раил Сабитов, Хәлит Мәхмүтов. Шулай уҡ күп ауылдаштар ҡаҙ үрсетеп табыш алалар. Ләкин йылдан-йыл халыҡта мал һаны кәмей. Мал үрсетеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Шуны файҙаланып, ҡулдан килгәнсә мал тоторға, уларҙың һанын арттырырға, унан табыш алырға тырышырға кәрәк.
2020 йылда Туғайҙан 50 йыллыҡтарын - алтын туйҙарын байрам итеүсе Фаруха менән Әхтәм Баһауетдиновтарҙы, 60 йыл бергә йәшәгән – гәүһәр туйҙарын билдәләүсе Хәлимә менән Рәшит Йәмиловтарҙы тәбрикләп, Башҡортостан Президенты бүләктәрен тапшырҙыҡ. Ауылдарыбыҙҙың өлкән йәштәгеләре тураһында һүҙ йөрөтһәк, 80 йәштән уҙған 96 (Туғайҙа – 33, Үтәктә – 51, Игенселәрҙә – 12) кеше йәшәй. 90 йәшен билдәләгән Әминә Сатлыҡова, Гөлйөҙөм Ғәбиҙуллина, Камила Йәрмөхәмәтова, Шәһиҙә Камалова, Мөхтәр Заһиҙуллинға тыуған көндәрендә РФ Президентының Ҡотлау хатын тапшырып, һәр береһен концерт номерҙары менән тәбрик иттек һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙыҡ.
Ауыл Советы депутаттарының эшенә килгәндә, әүҙемерәк булырға һәм төрлө тәҡдимдәр менән ауыл проблемаларын күтәрергә, уларҙы хәл итеү юлдарын бергә табырға кәрәклеген әйтер инем. Депутаттарҙың ҡайһыһына ниндәй эш буйынса мөрәжәғәт итһәм дә, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Туғайҙан депутаттар Фәнил Сәлихов менән Фәнзил Рәхмәтуллинға ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерге килә. Улар ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыу менән бер рәттән ойоштороу эштәрен дә бик әүҙем алып баралар, ауылдаштарына ҙур терәк булып торалар. Шәхси техникалары менән халыҡҡа ла, ауыл советына ла ярҙам итәләр, - тине Айҙар Тәлғәт улы.
Биләмә башлығы шулай уҡ йыйылышта ҡатнашыусыларҙы бюджет үтәлеше, килем-сығымдар менән дә таныштырҙы. Ул ағымдағы йылға пландары менән дә уртаҡлашты.
“Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһының быйылғыһында еңеп сыҡҡанда, ассенизатор тағылмаһы һәм “МТЗ-83” тракторына ҡар эттергес һатып алыу мөмкинлеге бар. Был программаның былтырғыһында еңеп сығып, Үтәк ауылы мәҙәниәт йортона 800 мең һумлыҡ йыһаздар алынды. 410 мең һумға пластик тәҙрә-ишектәр ҡуйылды. Шулай уҡ сәхнәгә һәм тәҙрәләргә яңы ҡорғандар ҡуйылды, музыка ҡоралдары, ноутбук, проектор, йыһаздары менән ике теннис өҫтәле, төҙөлөш материалдары һатып алынды. Урындағы халыҡтың мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеү, йәшәйешкә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн беҙҙең тарафтан шул эштәр башҡарыла һәм башҡарыласаҡ, - тине сығышын йомғаҡлап А.Әмерханов.
Артабан Үтәк ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Әлфиә Фәйзуллина, административ комиссияның яуаплы секретары Юлай Нәзиров, участка уполномоченныйы Александр Костин, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ирина Небогатова сығыш яһаны, ауыл Советы депутаты Фәрит Бохаров тәҡдимдәрен индерҙе.
Депутаттар Үтәк ауыл биләмәһе хакимиәтенең 2020 йылғы эшмәкәрлеген ҡәнәғәтләнерлек тип билдәләне, ҡарар ҡабул итте һәм ошоноң менән асыҡ ултырыш үҙ эшен тамамланы.
Читайте нас в