-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2021, 22:40

Ҡояш ғүмере теләйем

Минең әсәйемдең исеме Зөһрә. Ул йәшел күҙле, һоро сәсле, уртаса буйлы.

Әсәйем тәмле итеп бишбармаҡ, бәлештәр бешерә, ҡорот, ҡаймаҡ, салаттар, компот, ҡайнатмалар әҙерләй. Ул бәйләм бәйләргә, һүрәт төшөрөргә, төрлө ҡул эштәренә лә оҫта. Атайым менән беҙҙе, дүрт ҡыҙҙарын яратып, наҙлап, хәстәрләп кенә үҫтерәләр. Әсәйем төрлө йорт эштәренә өйрәтә, уҡыуыбыҙ менән ҡыҙыҡһына. Беҙ тырышып уҡып уны шатландырып торабыҙ.
Киләсәктә әсәйемә бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем. беҙ һине бик яратабыҙ, әсәй! Һәр саҡ шулай ҡояш кеүек балҡып өйөбөҙҙө яҡтыртып оҙон-оҙаҡ йәшә.
Әсәйемде һәм барлыҡ әсәйҙәрҙе лә 8 Март байрамы менән ҡотлайым.
Камилла АЛМАҠАЕВА,
Табын урта мәктәбенең 3-сө класс
уҡыусыһы.
Читайте нас в