-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Март 2021, 12:30

Һәләтле педагог

Ғ.Х.Вәлиев исемендәге Йөҙимән мәктәбенең абруйлы уҡытыусыларының бе-реһе – юғары категориялы математика һәм физика уҡытыусыһы Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы Иҙрисова хаҡында яҙмабыҙ.

Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән Фәнилә мәктәптә уҡығанда теүәл фәндәрҙе үҙ итә. Шуға ла ул мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай, Стәрлетамаҡ педагогия институтының физика-математика факультетына уҡырға инә. Юғары белемгә эйә булған дипломлы йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Новосибирск өлкәһенә мөғәллимлек итергә ебәрәләр. Әммә ярты йыл эшләгәс, әленән-әле үҙенә тартып, саҡырып торған тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип була уға. Йәш мөғәллимәне Йөҙимән мәктәбенә эшкә тәғәйенләйҙәр. Хеҙмәт юлын был мәктәптә башлаған уҡытыусы бөгөн дә бында балаларға белем биреүен дауам итә һәм үҙен ысын педагог итеп танытты.
- Миңә Йөҙимән мәктәбендә эшләп китеүе бер ҙә ҡыйын булманы, сөнки бындағы уҡытыусыларҙың яртыһы тиерлек ауылдаштарым – Сәйетбабанан инеләр. Бер-беребеҙгә ярҙам итеп, бер төптән эшләнек. Аллаға шөкөр, эшемдән ҡәнәғәтмен, коллективым бик һәйбәт, тормошҡа ла зарланмайым. Етәкселәрҙән, элеккеләренән дә, хәҙергеһенән дә уңдыҡ, ябай, кеше хәленә инә белеүсәндәр, кешелеклеләр, - ти Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы ҙур ҡәнәғәтлек менән.
Эш дәүерендә мөғәллимә яңылыҡҡа ынтылыусан, төрлө методикаларҙы ҡулланып, балаларға төплө белем биреүсе үҙ фәнен яҡшы белгән уҡытыусы булып таныла, хеҙмәттәштәре, уҡыусылары, ата-әсәләрҙең хөрмәтенә лайыҡ ул бөгөн. Уҡытыусының эш һөҙөмтәләре лә юғары. Уҡыусылары физика-математика фәндәре буйынса район олимпиадаларында, фәнни-эҙләнеү эштәрендә ҡатнашып, уңыштары менән һөйөндөрәләр.
Өс тиҫтә йылдан артыҡ мөғәллимлек итеп, бай тәжрибәгә эйә булған физика-математика уҡытыусыһының күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһы менән билдәләнде. Был былтыр 55 йәшен билдәләгән Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙының юбилейына ҙур бүләк булды.
Йөҙимән мәктәбенә эшкә килеп, бәхетен дә бында таба һәм, тыуған ерҙән төшкән ер яҡын тигәндәй, ауыл икенсе йәнтөйәгенә әйләнә. Әхәт Әмир улы менән яҙмышын бәйләп, өс балаға ғүмер бирәләр. Улдары Азат - Салауатта, Ғәзиз - Мәскәүҙә, ҡыҙҙары Әлфиә Стәрлетамаҡ ҡалаһында үҙҙәре яратып һайлаған һөнәрҙәр бу-йынса эшләп йөрөйҙәр. Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы Йөҙимәндә күптән үҙ кешегә әйләнгән.
Бына шулай 35 йыл ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған һәләтле математик Фәнилә Йәнмырҙа ҡыҙы үҙ артынан матур эҙ ҡалдырып йәшәй һәм эшләй.
Читайте нас в