-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Март 2021, 19:45

Рәхмәт һиңә, әсәй, барыһы өсөн дә!

Мин үҙемде бик бәхетле кеше тип уйлайым. Ни өсөн, тиһегеҙме, сөнки минең таянысым, кәңәшсем, берҙән-берем, ғәзиз әсәйем бар! Инде үҙем 4 бала әсәһе булһам да, уның өсөн мин һаман сабый. Әсәйемдең “балам” тип өндәшеүен ишетеү – үҙе оло бәхет!

Кеше ғүмерен иҫеп кенә киткән елгә, осоп ҡына үткән ҡош юлына тиңләйҙәр. Уйлап ҡараһаң, ысынында шулай бит... Ҡасан ғына әле тыуған нигеҙебеҙҙә атай-әсәй, бер туғандар шау-гөр килешә инек, инде төрлөбөҙ-төрлө тарафтарға таралышып, һәр беребеҙ үҙ ояһын ҡорҙо. Хәҙер инде үҙебеҙ атай-әсәй. Хатта өләсәй-олатай булырға ла өлгөрҙөк. Беҙ, балалар, нисә генә йәшкә етһәк тә, атай-әсәйҙәр һәр саҡ йөрәк түрендәге иң яҡын кешеләребеҙ булып ҡала.
Минең әсәйем, Ғәлиә Мырҙағолова, Үтәк ауылында Фәтиха һәм Шәфҡәт Ғиззәтуллиндар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға ауаз һала. Бала сағы бик ауыр һуғыш йылдарына тура килгәнлектән, мәктәптә тулы белем алыу бәхетенән мәхрүм була. Атаһын һуғышҡа алып киткәндә, әсәһе 5 бала менән тороп ҡала. Әсәйебеҙ ауырлыҡтарға бирешмәй: бала ғына көйө һарыҡ фермаһында эшләй, кирбес һуға, әсәһенә оло ярҙамсы була. Хаҡлы ялға сыҡҡансы сөгөлдөрсө булып эшләп, һәр саҡ алдынғылар рәтендә иҫәпләнә.
1954 йылда атайыбыҙ Әнүәр Талип улы менән тормош ҡороп, 3 ул һәм 5 ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр. Атайыбыҙ ҙа бик тырыш, 55 йыл ғүмерен тыуған колхозында механизатор булып эшләүгә бағышланы, ғаиләһе өсөн ҙур, яҡты йорт төҙөнө. Улар бар балаларына ла тәрбиә, белем биреп, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам иттеләр. Тормош күгендә осарлыҡ, бейеклектәрҙе яуларлыҡ көс биргән өсөн, сәләмәт тән, зирәк аҡыл, һеҙҙең ярҙам менән алған белемдәребеҙ, күркәм, йылы тыуған йортобоҙҙа наҙлап үҫтергәнегеҙ, ғүмер биргән Аллаға, йән биргән әсәйебеҙгә, ҡанат биргән атайыбыҙға беҙ бик рәхмәтле.
Быйыл әсәйебеҙгә 90 йәш тула. Донъяның ауырлыҡтарын үҙ иңендә күп татығанғамы, элекке хәтирәләре бөгөнгөләй иҫендә уның. Әлбиттә, әсәйебеҙҙең уҙған тормош юлы бал да май ғына түгел, яҙмыш төрлөсә һынай уны. Үҙҙәренең 8 балаһы янына, әсәйемдең йәшләй гүр эйәһе булған бер туған апаһының 6 балаһын да һыйындырып тәрбиәләй улар. Атайыбыҙ вафатына ла 10 йыл ваҡыт уҙҙы. Әсәйебеҙҙе бала хәсрәте лә урап үтмәне – Рәзилә апайыбыҙҙы һәм Йәһүҙә ағайыбыҙҙы юғалтыу яраһы күңелен әрнетә. Яратҡан ейәне Рөстәмде юғалтыуҙы ла ауыр кисерҙе.
Нисек кенә булмаһын, әсәйебеҙ бөгөнгө тормошонан бик ҡәнәғәт. Әле Красноусол ауылында йәшәүсе ҡыҙы Гөлфирә менән кейәүе Александр тәрбиәһендә көн итә. Тән сихәтлегенә ҡыуанып, тыныс һәм имен тормошҡа һөйөнөп йәшәй ул. Ҡалған балалары ла был йортта йыш ҡунаҡ, әсәйебеҙҙең һәр саҡ хәлен белешеп торабыҙ. 19 ейәне һәм 18 ейәнсәре лә йәшәргә дәрт бирә. Тиҫтәләргә тиҫтәләрҙе ҡушып, ғүмер йомғаҡтарын һүтһә лә, күңел матурлығын һаҡлап, аҡыллы кәңәштәрен әле лә балаларына биреп йәшәй ул. Беҙҙе үҙе кеүек итәғәтле, сабыр, түҙем булырға, тормоштоң ҡәҙерен белеп, һәр тыуған көнгә һөйөнөп йәшәргә өйрәтә әсәйебеҙ.
Беҙ әсәйебеҙҙең иҫәнлегенә ҡыуанабыҙ, уға ҡарап һоҡланабыҙ. Киләсәктә лә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ насип булһын ине әсәйебеҙгә, тибеҙ.
Гөлназ МАННАНОВА.
Үтәк ауылы.
Читайте нас в