-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Март 2021, 20:45

Төҙөкләндереүҙә ярҙамсы буласаҡ

Толпар ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыс-тарҙы яҡлау” программаһында әүҙем ҡатнаша. Быйыл да Толпар ауылы халҡы программала ҡатнашырға теләк белдерҙе һәм 2021 йылда хәл итергә кәрәкле иң көнүҙәк мәсьәлә итеп "МТЗ–82" тракторына арба һатып алыуҙы маҡсат итеп ҡуйҙы.

2020 йылда улар “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында уңышлы ҡатнашып, республика, ауыл биләмәһе бюджеты һәм урындағы халыҡ ярҙамы менән “МТЗ-82” тракторы һәм янғын һүндереү өсөн ҡоролма алыуға өлгәшкән. Ауыл халҡы өсөн был күктән төшкән бәхет, тиһәң дә була. Проект нигеҙендә ауыл халҡын борсоған дөйөм проблемаларҙы ҡарап, күп кенә эштәр атҡарып сығыуға мөмкинлектәр асылды.
Читайте нас в