-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май 2021, 20:25

Буласаҡ Ватан һаҡсыларына арналды

Йылдағыса, 1 апрелдән егеттәрҙе хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу башланды. Ул 15 июлгәсә дауам итә. Ошо уңайҙан буласаҡ Ватан һаҡсылары өсөн Хәрби хеҙмәткә саҡырыу көнө үтте.

Сара Красноусолдағы Геройҙар Аллеяһы янында митингынан башланды. Хәрби хеҙмәткә алынасаҡ егеттәрҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары, подполковник Файруз Ғимаҙиев, отставкалағы подполковник, ветеран-афғансы Андрей Мигунов тәбрикләп, изге фатихаларын бирҙе, теләктәрен еткерҙе. Яуҙа һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскә гөлләмәләре һалғандан һуң, барыһы ла район мәҙәниәт һарайына сараның икенсе өлөшөнә килде.
Бында уларға мәҙәниәт һарайы артистары концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Гөлфирә Бәширова менән Фәнзил Ғәлиндың, Владислав Ларионов менән Марат Аҡбаровтың дуэттары, Ҡадир Ишбулдиндың йыры, Рәмил Ҡотдосовтың ҡурай моңдары һәм йыры, Сергей Князевтың саксофон моңдары егеттәрҙең күңеленә хуш килде.
Егеттәр ғафуриҙар йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәй, илебеҙ тыныслығы һағында уяу торорҙар, уларҙың ата-әсәләренә тик шатлыҡлы хәбәрҙәр генә килер, имен-һау әйләнеп ҡайтырҙар, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Читайте нас в