-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Май 2021, 16:35

Фытыр саҙаҡаһы

Фытыр саҙаҡаһы өйөндә бер генә көнлөк һәм төнлөк ризыҡ булған мосолманға ла фарыз.

Ибн Ғүмәр әйткәнсә, Пәйғәмбәр (с.ғ.в.) фытыр саҙаҡаһы итеп бер сағ (2,100 кг)хөрмә, йә бер сағ арпаны һәр мосолманға – ҡолға һәм азат кешегә, иргә һәм ҡатынға, олоға һәм кесегә фарыз ҡылды. Ул уны кешеләр намаҙға сыҡмаҫ борон бирергә ҡушты.
Ә Әбү Сәғит әл Худри: Пәйғәмбәр (с.ғ.в.) беҙҙең арала булған саҡта беҙ фытыр саҙаҡаһын бойҙайҙан, хөрмәнән, арпанан, йөҙөмдән, эремсектән бер сағ итеп сығара торғайныҡ, тине.
Хәҙистән аңлашылыуынса, фытыр саҙаҡаһы урындағы халыҡтың ниндәйҙер ризыҡ төрөнән – мәҫәлән, дөгөнән, ҡарабойҙайҙан, борсаҡтан, ондан, тарынан, арпанан, яҫмыҡ борсаҡтан (чечевица) һ.б. бирелә ала.
Илһам хәҙрәт ЙОСОПОВ,
имам-мөхтәсиб.
Фытыр саҙаҡаһының (зәкәтенең) күләме -
100 һумдан алып 700 һумға тиклем
Башҡортостан Республикаһы Диниә Назараты республика мосолмандарына 2021 йылда фытыр саҙаҡаһы күләмен аңлатты.
Әбү Хәнифә мәҙһәбенә ярашлы, фытыр саҙаҡаһын аҡсалата бирергә рөхсәт ителә. Был осраҡта мохтаждарға урындағы халыҡ ҡулланған ризыҡ төрө: бойҙай, хөрмә (финик), эремсек, йөҙөм, дөгө, ҡарабойҙай кеүек аҙыҡ-түлектең 2 – 3 килограмының уртаса хаҡы түләнә (100 һумдан алып 700 һумға тиклем).
Фиҙиә күләме
Йыл дауамында ауырыу һәм бик оло йәштә булыу сәбәпле ураҙа тота алмаған кешеләр 30 көн дауамында 1 мохтаж ураҙа тотоусыны ашатырға тейеш, йә уға фиҙиә саҙаҡаһын түләй (200 һум Х 30 көн 1= 6000 һум).
Читайте нас в