-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Май 2021, 10:30

Ғафуриҙар Тыуған ил өсөн көрәште

Атайым Фәйез Абдрахман улы Ғәзизов 1904 йылда Красноусол районы (һуңынан Ғафури), Еҙем-Ҡаран ауыл советының, Кәлсер-Табын волосы Баҡраҡ ауылында донъяға килә. Бала сағы һәм үҫмер йылдары Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашҡан йәнтөйәгендә үтә.

Ауылдаштары балаларын ауыр эшкә бәләкәйҙән өйрәтеп үҫтерә. Ә Фәйез энеһе Лотфрахман менән бик иртә атайһыҙ ҡалалар, шуға ла крәҫтиән тормошоноң бар ауырлығын тулыһынса үҙ елкәләрендә татып буй еткерәләр. Атайым башланғыс белемде ауыл мәҙрәсәһендә (уҡыу мәсеттә) ала, артабан Еҙем-Ҡарандағы коммунистик йәштәр мәктәбендә (ШКМ) уҡый.
Граждандар һуғышы башланғас, Баҡраҡ ауылына йә ҡыҙылдар, йә аҡтар яғына күсергә тура килгән. 1918 йылдың йәй аҙағына ауылға В.К.Блюхер етәкселегендәге Урал партизандар армияһы ғәскәрҙәре килеп инә. Уның сафына атайымды һәм уның дуҫы – тиңдәше Мөхәмәт Резбаевты мобилизовать итәләр. Уларға армия кәрәк-яраҡтары өсөн шәхси хужалыҡтарындағы ат һәм арбаларын үҙҙәре менән алырға ҡушалар. Партизандар ҡаты алыша-алыша Ҡыҙыл Армия часына килеп ҡушылалар. Тиҙҙән малайҙарға өйҙәренә ҡайтырға рөхсәт итәләр, әммә аттарын кире бирмәйҙәр.
1923 йылда Фәйез менән Мөхәмәт Ҡыҙыл Армия сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ике дуҫ Төркөстанда хеҙмәт итә, кавалерия бригадаһы сос-тавында баҫҡынсыларға ҡаршы бәрелештәрҙә ҡатнаша.
Әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, ауыр 30-сы йылдарҙа атайым ауыл советы рәйесе булып эшләй, артабан тыуған ауылында “Берлек” колхозын етәкләй. Ошо мәлдә ВКП (б) сафына баҫа.
1935 йылда Фәйез Абдрахман улы Башҡортостан ауыл хужалығының Юғары коммунистик мәктәбенә уҡырға инә һәм уны тамамлауға атайымды яңы асылған Ишембай нефть промыслаһына эшкә ебәрәләр. Һуғыш башланғанға тиклем ул ошонда - тәүҙә “Башҡортостан” сәнәғәт артелендә, артабан икмәк заводында хеҙмәт итә.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Фәйез Ғәзизов фронтҡа юллана. Ҙур ғаилә - алты бала, ҡатыны (әсәйебеҙ), ҡәйнәһе ҡуртымға алынған кеше фатирында йәшәп ҡала.
Атайыбыҙ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Берлинғаса данлы яу юлы үтә. Тәүҙә кавалерист, артабан 16-сы гвардия кавалерия дивизияһында артиллерия орудиеһы тоҫҡаусыһы була. Ике тапҡыр ауыр яралана. Яуҙан ҡайтҡанда уның күкрәген Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, “Батырлыҡ өсөн”, “Варшаваны азат иткән өсөн”, “Берлинды алған өсөн” миҙалдары биҙәй.
Атайымдың һуғышта күргәндәрен һөйләгәне хәтеремә ныҡ уйылып ҡалған. 1943 йылдың ҡышында, дошман тылына ойошторолған рейд ваҡытында, нисек ҡамауҙан сығыуҙарын һөйләгәндә тауышы ҡалтырап китә торғайны. “Асыҡ урын. Алда ла, артта ла дошман. Немец самолеттары пулеметтан ут яуҙыра. Йәшенер урын булмағас, үлеп ятҡан аттарға ышыҡланып маташабыҙ. Бик күп яуҙаштар ятып ҡалды унда, аттар ҙа хәтһеҙ ҡырылды. Әммә дошманға ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтеп, “утлы ҡаҙандан” лайыҡлы сығыуға өлгәштек”, - тип һөйләгәйне ул был фажиғәле лә, дәһшәтле лә ваҡиға тураһында.
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланыуы тураһында шәхси кенәгәһендә былай тип яҙылған: “1945 йылдың 1 майында Бранденбург ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан дүрт саҡрым тирәһендәге районда һаҡта торған саҡта уға бер төркөм немецтар һөжүм итә. Был бәрелеш ваҡытында орудиены юҡ итергә теләгән ике немец һалдатын үлтерә, алтауһын әсиргә ала”. Һаран ғына был юлдарҙа ябай һалдаттың тиңһеҙ батырлығы ярылып ята!
Тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡас, Фәйез Абдрахман улы Ишембай икмәк заводындағы эшен дауам итә. Артабан 70 йәше тулғансы нефть эшкәртеү заводында тир түгә. Ирек ҡасабаһында йорт төҙөй, һигеҙ балаһына ла матур тәрбиә бирә (һуғыштан һуң тағы ике улы тыуа). Бөгөн улар араһында маҡтаулы уҡытыусылар, авиаторҙар, энергетиктар һәм элемтәселәр бар. 1980 йылда атайыбыҙға ҡалала тәүгеләрҙән булып “КПСС-ҡа - 50 йыл” почетлы билдәһе тапшырылды.
Атайыбыҙ бик ябай, үтә тыйнаҡ кеше булды, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны булараҡ, льготалар менән файҙаланыуҙан да тартынды. Сәнәғәт һәм аҙыҡ-түлек тауарҙарына ҙур дефицит башланғас, ул үҙенә бирелгән махсус талондан да баш тартты. “Ни өсөн мин халыҡтан айырымланырға тейешмен?” - ти торғайны ул.
Үҙенең еңел булмаған тормош юлын атайыбыҙ бик лайыҡлы үтте: фиҙаҡәр хеҙмәт итте, яугир-еңеүсе булып танылды, эше менән абруй, оло хөрмәт яуланы. Ул әле лә беҙгә, йәғни балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн тыйнаҡлыҡ, әҙәплелек, ғәҙеллек өлгөһө булып ҡала.
Әсәйемдең бер туған ҡустыһы Әхмәт Фазлый улы Резбаев та - Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. Ул да сығышы менән Баҡраҡ ауылынан, 1916 йылдың 29 декабрендә тыуған. Әхмәттең атаһы мулла була, урындағы мәҙрәсәлә балалар уҡыта. Коллективлашыу осоронда кулактарҙы, муллаларҙы ғаиләһе менән һөргөнгә ебәреү башланғас, атаһы, балаларының яҙмышын уйлап, муллалыҡтан китә һәм ер эшкәртә башлай. Ғаилә бик ярлы йәшәй.
Аслы-туҡлы йәшәү, етешһеҙ тормош Әхмәттәге уҡыу теләген кәметмәй, ул коммунистик йәштәр мәктәбендә тырышып белем ала. Мәктәп директоры А.Р.Сасгаев, уның ынтылышын күреп, Башҡортостан медицина институтына уҡырға инергә әҙерләнеүселәр исемлегенә тәҡдим итә. Яңы асылған уҡыу йортона 10 класс белемгә эйә уҡыусыларҙы алыу ихтыяжды тулыһынса ҡәнәғәтләндермәй, һөҙөмтәлә, ауылдарға йөрөп, 7-8-се класты тамамлаусыларҙы йыя-лар. Шулай итеп, 1932 йылда 8-се кластан һуң, Әхмәт медицина институтына уҡырға инә һәм 1938 йылда уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Йәш хирургты Ишембай нефть промыслаһына эшкә тәғәйенләйҙәр. 1940 йылда егет хәрби хеҙмәткә саҡырыла, фин һуғышында ҡатнаша, артабан Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынса данлы яу юлы үтә. Еңеүҙән һуң Украина ерҙәрендә оялаған бандит берләшмәләренә - бендеровсыларға ҡаршы көрәшә. Һуғыштың тәүге көндәренән үк ул 25а гвардия часының 636-сы полкына тоғро ҡала. Бөйөк Еңеүҙе подполковник дәрәжәһендә ҡаршы ала.
Әхмәт Фазлый улының яу яланындағы батырлыҡтары ике Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, “Мәскәүҙе һаҡланған өсөн”, “Кенигсбергты алған өсөн”, Жуков миҙалдары менән баһалана. Әхмәт Фазлый улы әрме хеҙмәтенән китмәй, 20 йыл хәрби тормошҡа тоғро ҡала. Артабан ул Украинаның Чернигов ҡалаһында төпләнә. Алыҫтағы бәләкәй генә башҡорт ауылы егете – хәрби табиптың һуңғы төйәге лә ошонда була.
Беҙ ҙә “һуғыш балалары” ауыр һуғыш йылдарының бар михнәтен, аслыҡ-яланғаслыҡты үҙ иңебеҙҙә татыныҡ. Күңелдә һәр ваҡыт “Бына Еңеү етһә...” тигән өмөтлө уй йәшәне. Уҡытыусыларыбыҙ ҙа был көндөң яҡынлашыуын һиҙгәндер, моғайын.
Ул саҡта мин Ирек ҡасабаһының 13-сө һанлы башланғыс мәктәбендә 2-се класта уҡый инем. Уҡытыусыбыҙ бәләкәй генә флагтар эшләргә ҡушты. Уларҙы ҡыҙыл төҫкә буяныҡ. 9 Майҙа барыбыҙҙы ла колхоз идараһы алдындағы майҙанға теҙҙеләр. Ҡулдарҙа - әлеге флагтар. Ололар ҡосаҡлаша, бер-береһен ҡотлай, кемдер шатлыҡтан, кемдер яҡын кешеһен – атаһын, ирен, улын юғалтыу ҡайғыһынан илай. Беҙ, малайҙар, иламаҫҡа, күҙҙәребеҙҙәге йәштәрҙе күрһәтмәҫкә тырыштыҡ, ә ҡыҙҙар үкһеп-үкһеп иланы.
Ваҡыт дауалай, тиҙәр. Әммә былай тип әйтеү һәр осраҡҡа ла тура килмәй икән шул. 76 йыл үтте, әммә йөрәктәге һуғыш һалған ҡанһыраған яралар әле булһа тынғы бирмәй. Беҙҙең ғаиләнән генә яу яланында өс яҡын кешебеҙ ятып ҡалды: атайымдың ҡустыһы Лотфрахман Абдрахман улы Ғәзизов - 1942 йылда, әсәйемдең икенсе ҡустыһы Әсҡәт Фазлый улы Резбаев 1944 йылда яу яланында һәләк була. Ҡатынымдың атаһы - Ғүмәр Нуриәхмәт улы Әхмәҙуллинға ла тыуған төйәгенә ҡайтыу насип булмай. Еҙем-Ҡаран ауылынан һуғышҡа киткән ир-азаматтың ғәзиз ғүмере 1943 йылда Курск дуғаһында өҙөлә, ҡатыны 27 генә йәшендә өс бала менән тол ҡала.
Яугир олатайҙарыбыҙ, атайҙарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктә мәңге йәшәй. Ҡот осҡос дәһшәтле һуғыш осоронда Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн яландарҙа, завод-фабрикаларҙа көндө-төнгә ялғап тир түгеп, балаларҙы аслыҡтан ҡотҡарып ҡалған әсәйҙәргә мәңгелек дан. Беҙҙең уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ!
Юнир ҒӘЗИЗОВ.
Ишембай ҡалаһы.
Читайте нас в