+31 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Май 2021, 18:45

Олатайҙарым – һуғыш ҡорбандары

Минең олатайым Мәүлимбирҙе Ҡотлобай улы Ниғмәтуллин 1914 йылда Яңы Ҡауарҙы ауылында тыуған. Ул 1939 йылда совет армияһына хеҙмәткә алына. Ике йыл хеҙмәт итеп бөттөм тигәндә, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

Уларҙы һуғышҡа әҙерләү өсөн Алкино ҡасабаһына ебәрәләр. Шунан фронтҡа китә. 1942 йылда һуғышта йәрәхәтләнә. Ҡазан ҡалаһына госпиталгә ебәрәләр. Уң аяғының тубығына пуля керә, ә пулянең осо кәкрәйгән була, шуның өсөн аяғын ҡырҡмайынса һаҡлап алып ҡалалар. Ул унда 1,5 ай ятып сыға. Аҙаҡтан олатайымды, ғаиләңде күреп кил, тип, тыуған ауы-лына ҡайтаралар. Ауылға ҡайтҡас, 5 ай ярым келәттә үлсәүсе булып эшләй. Һәм ҡабатлап һуғышҡа саҡыралар.
Олатайымдың балалары өсәү була, иң оло улы Әфҡәткә - 8, ә ҡыҙы Әлфираға 5 йәш булған, иң кесе ҡыҙы бәпес кенә була. Әлфира - ул минең әсәйем. Олатайыма шул китеүҙән кире әйләнеп ҡайтырға насип булмай, билдәһеҙ һалдат булып яу ҡырында ятып ҡала. Өләсәйемдең елкәһендә өс етем бала тороп ҡала. Өләсәйемә ярҙам итәм тип, Әфҡәт бабайым 12 йәшендә генә колхоз эшендә эшләп тамаҡ туйҙыралар. Әсәйемдең һөйләүе буйынса яҙам:
- Мин инәйем эштә саҡта тәҙрә төбөндә ҡояш йылыһында көтөп ултыра инем. Асығып китһәм, инәйем бер ус ондо ҡулъяулыҡҡа төрөп йәшереп китә ине, мин шуны табып ашай инем. Эштән ҡайтҡас, ондан ыумас ыуып, алабута тигән үләнде һалып, беҙгә аш бешереп ашата ине, - тип хәтерләп һөйләр ине. Әсәйем беҙгә, беҙ күргәнде һеҙ күрмәгеҙ инде, балаҡайҙар, ти ине.
Әсәйем сабыр булған, ул кейәүгә сыҡҡанда ҡәйнәһе түшәктә ятҡан булған, 9 йыл ҡәйнәһен ҡараған. Атайым - Имәнлек ауылынан Фәйзулла Хәйрулла улы. Атайым да бала сағында атайһыҙ ҡалған. Уның атаһы, өс ағаһы һуғышҡа алына һәм шул китеүҙән ҡайта алмай, яу ҡырында һәләк булғандар. Өләсәйебеҙ шуның өсөн дә түшәккә ятҡандыр инде. Нисек түҙһен бәләкәс кенә йөрәк, ирен, өс балаһын оҙатып, “ҡара ҡағыҙ” ғына алғас. Шуның өсөн беҙгә, балаларыбыҙға бер ваҡытта һуғыш күрергә яҙмаһын. Тыныс булһын илебеҙ, күгебеҙ аяҙ, ҡояшыбыҙ һәр саҡ балҡыһын, тип теләйем.
Әлфиә ШӘРИПОВА.
Табын ауылы.
Читайте нас в