-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Май 2021, 08:00

Күңелдәргә изгелек тулһын!

Хөрмәтле районыбыҙ мосолмандары! Һеҙҙе изге Рамаҙан айының тамамланыуы һәм төп мосолман байрамдарының береһе - Ураҙа байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайым!

Был күркәм байрам изге ураҙаның төп ҡиммәттәрен – рухи таҙарыныу, именлек һөйөү, миһырбанлыҡ, изге эштәр ҡылыуҙы кәүҙәләндерә. Ураҙа беҙҙе изгелеккә һәм мохтаждарға ярҙам итеүгә, хәстәрлек күреүгә әйҙәй, тыныслыҡ һәм татыулыҡ нигеҙе булып хеҙмәт итә.
Ошо бөйөк байрам һәр йортҡа һәм ғаиләгә нур һәм шатлыҡ, татыулыҡ һәм именлек, муллыҡ алып килһен, йөрәктәребеҙ изгелек һәм һөйөү менән тулһын. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет, барса һәйбәт эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас в