-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Май 2021, 19:15

Яҡташтарға ярҙам йөҙөнән

Әхмәт Аҫылбәков Туғай ауылы зыяратының ҡоймаһын яңыртыуға булышлыҡ итте

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башлап ебәргән “Атайсал” проекты буйынса республикала ҡала һәм ауылдарҙан сыҡҡан уңышлы кешеләрҙең яҡташтарына, бәләкәй Ватанына ярҙам итеү системаһы булдырылды.
Проекттың рәсми сайтына һәр теләгән кеше инеп, кәрәкле ауылды табып, күрһәтергә теләгән ярҙамын йәки берәй проектты тормошҡа ашырыуҙы тәҡдим итә ала. Финанслашыу шарттарында ғәмәлдәге республика программаларына йәки “Атайсал” проектының башҡа инициаторҙарына ҡушылырға мөмкин. Сайт краудфандинг платформаһы ла була ала: меценат үҙенең уңышлы ауылдаштарына бергәләп ҙур проектты тормошҡа ашырыуҙы тәҡдим итергә мөмкин. Сайт автоматик рәүештә инициативаны был ауыл йәки ҡаланың етәкселегенә еткерә, һәм улар үҙҙәре нисек итеп проектҡа ярҙам итә алыуҙарын хәл итә.
Проекттың башланыуына күп тә үтмәне, тыуған яҡтарына ярҙам итергә теләгән инициативалы кешеләр барлығы асыҡланды. Уларҙың береһе – яҡташыбыҙ, “Урманстрой” һәм “Азбука кровли и фасада” предприятиеларының генераль директоры, район Советы депутаты Әхмәт Аҫылбәков. Ул үҙе депутат булып уҙған Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдарҙың береһе - Туғай ауылы зыяратының ҡоймаһын яңыртыуҙы ойошторҙо.
Беҙ килгәндә ауылдан ситтәрәк тау башында урынлашҡан зыяратта эштең ҡыҙған мәле ине. Бында Туғай ауылының ике тиҫтәгә яҡын ир-егетен, Әхмәт Аҫылбәковты һәм Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Винер Ҡунафинды ла тап иттек. Винер Сәхиулла улы зыяраттың ҡоймаһы ныҡ туҙғайны, изге башланғысты хуплап ҡаршы алдыҡ. Туғай ауылында 40-лаған йорт, бөгөн 15 ир-егет эшкә сыҡты, тине.
- Был эште Туғай ауылы халҡы миңә наказ итеп бирҙе. Ярты йыл да үтмәне, уны атҡарырға форсат сыҡты. Зыяраттың ҡоймаһы иҫкереү генә түгел, биләмәһендә эре ағастар ҙа күбәйгән, уларҙы ла таҙартабыҙ. Ир-егеттәр эшкә дәррәү тотондо. Бер нисәһе бейек ағастарҙы бысып, ауҙарып, тураҡлап торҙо, Сәйетбаба ауыл биләмәһе тракторында Илнур Һөйөндөков ағастарҙы ташыны. Бер юлы иҫке ҡойманы һүтәбеҙ, яңыһын эшләйбеҙ. Тәүҙә 250 метр оҙонлоҡтағы ҡоймаға етерлек 185 мең һумлыҡ төҙөлөш материалдары: тимер бағаналар, профилдәр, сетка, цемент, ҡом-таш һәм башҡаларҙы әҙерләнек, - тип эш барышы менән таныштырҙы Әхмәт Мәүлимбирҙе улы.
Руслан Мәжитов менән Рафил Иғзаҡов иретеп йәбештереү эштәрен башҡарған, Ринат Түзбәков, Айрат Ишемйәров, Радик Мәжитов, Хөрмәт Вахитов, Ришат Рахманғолов, Фәррәх Ваһапов, Сәлимйән Түзбәков, Миңнулла Урманшин, Ринат Түзбәков, Рәжәп Вахитов, Тимерхан Урманшин тырышып эшләгән. Ауыл старостаһы Рифат Иғзаҡов менән Илнар Ишемйәров үҙҙәрен оҫта ойоштороусылар булараҡ та күрһәткән. Күмәкләгән - яу ҡайтарған, тигәндәй, ике-өс көн эсендә зыярат кәртәләнеп, яңы ҡапҡалы булды.
Әхмәт Аҫылбәков быға тиклем дә тыуған яғына даими ярҙам итеп торҙо. Бер нисә йыл элек тыуған ауылы Ҡаранйылға зыяратын кәртәләтте, уҙған йыл Сәйетбаба ауылының Октябрь урамында йәшәүселәрҙең наказы буйынса юл эшләтте, йыл да “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы”на бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Артабан да яҡташтарҙың тормошон яҡшыртыуға ҡулдан килгән тиклем үҙ өлөшөмдө индерәсәкмен, тине ул хушлашҡанда. Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Винер Ҡунафин Туғай ауылы халҡы исеменән Әхмәт Мәүлимбирҙе улына рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе. Беҙ ҙә уға бар башланғыстарында уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Читайте нас в