-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Май 2021, 10:50

Китапханасы - уның һөнәре

Китапханалар көнө яҡынлашҡан һайын барлыҡ китапханасыларҙы профессиональ байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлағы килә. Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә ошо изге эштә Клара апай Сәйфуллина бик оҙаҡ йылдар эшләне. Әлфиә апай Исҡужина ауыл китапханасыһы булды, хәҙер инде уны Гөлшат Рахманғолова алыштырҙы.

Гөлшат Миҙхәт ҡыҙы Белорет районы Ноҡат ауылында күп балалы ғаиләлә тыуа. 2-се һанлы Инйәр урта мәктәбен тамамлағас, Өфө полиграфия лицейын, Өфө китапхана техникумын, ситтән тороп Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай.Тәүге хеҙмәт юлын да тыуған мәктәбендә башлай.
Еҙем-Ҡаран ауылына килен булып төшөүенә лә 15 йыл булып киткән. Фәнүзә апай менән Флүр ағай Гөлшатты, уның ҡыҙы Диананы ла яратып ҡабул иттеләр. Хәҙер инде улар тормош иптәше Фаил менән 3 бала үҫтерәләр, күпләп мал тоталар.
Гөлшат Рахманғолова 2009 йылда Еҙем-Ҡаран ауыл китапханаһында китапханасы булып эш башлай, бер йылдан ауыл Советына эштәргә идара итеүсе булып күсә, был яуаплы эшкә 7 йыл ғүмерен бағышлай. Артабан ҡайтанан яратҡан эшенә - ауыл китапханаһына килә. Үҙ-үҙен камиллаштырыуға, белемен арттырыуға ҙур иғтибар бирә, балалар өсөн “Оҫта ҡулдар”, китапханала игротека, өҫтәл уйындарын яратыусылар клубы, ололар өсөн компьютер серҙәрен өйрәнеү түңәрәге эшләп килә. Юбиляр яҙыусылар, ауыл мәҙәниәт йортонда уҙғарылған байрам сараларында ҡатнашыу, оло кешеләрҙең өйҙәренә барып, яратҡан китаптары менән таныштырыу, китап уҡыусылар менән аралашыу, төрлө тематик саралар үткәреү - былар барыһы ла Гөлшат Миҙхәт ҡыҙының өйрәнелгән эштәре. Китапхана бөйөк шәхес Мәжит Ғафуриҙың ижадын пропагандалау менән шөғөлләнә. Уҙған йыл юбилей сараһында “Беҙ М.Ғафуриҙы уҡыйбыҙ-2020” конкурсына бик күп уҡыусыларҙы, хаҡлы ялдағы пенсионерҙарҙы йәлеп итеп, видеолар эшләп, Интернет селтәренә һалды. Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилей йылы ла уңышлы үтте.
Яҙыусы, драматург, фольклорсы Рәсимә Ураҡсинаның 70 йыллығына арналған республика конкурсында ҡатнашып, I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
Былтыр Еҙем-Ҡаран моделле китапхана китапханасыһы Гөлшат Миҙхәт ҡыҙы республика конкурсында еңеп сығып, “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” тип танылды һәм 57 мең һум грант алды. Был грант аҡсаһына китапханаға ноутбук, проектор, принтер һатып алынды.
- Грант алыу китапхана эшмәкәрлегендә оло ярҙам булды, - ти ул шатланып. Киләсәккә яҡты уй-хыялдар менән йәшәй Гөлшат Миҙхәт ҡыҙы. “Яңы быуын китапханаһы“ тип исемләнгән проект менән конкурста ҡатнашыу иҫәбе. Уңыштар юлдаш булһын һиңә, Гөлшат!
Миңһылыу МИРХӘЙҘӘРОВА.
Еҙем-Ҡаран ауылы.
Читайте нас в