-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Май 2021, 09:30

Илһөйәрлек беҙҙе көслө итә

28 майҙа Ил сиге һаҡсылары көнө билдәләнә. Ошо иҫтәлекле көн уңайынан Ил сиге һаҡсылары-ветерандарының Ғафури районы бүлексәһе етәксеһе Ришат Раян улы ШАЙМАРҘАНОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

- Районда 2015 йылда сик буйы ғәскәрҙәре ветерандарының Рәсәй ФСБ-һының Башҡортостан Республикаһы буйынса “Сик буйы” (“Граница”) төбәк йәмәғәт ойошмаһының Ғафури районы буйынса бүлексәһе ойошторолдо. Иң тәү бурыстарыбыҙ булып үҫеп килеүсе йәш быуында патриотик рух, Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, йәштәрҙе Рәсәй армияһы сафтарында хеҙмәт итергә әҙерләү тора.
2015 йылда үҙебеҙҙең башланғыс менән республикала иң тәүгеләрҙән булып район үҙәгенең Дан Аллеяһында ил сиге һағы яугирҙары иҫтәлегенә һәйкәл асыуға өлгәштек. Шулай уҡ 2017 йылда башҡорт халҡының ҡыйыу улдары “Төньяҡ амурҙары”ның 1812-1814 йылдарҙағы Ватан һуғышындағы бөйөк еңеүенә арналған мемориаль комплекс төҙөлөшөндә лә сик һаҡсылары-ветерандарҙың тырышлығы тос булды. Былтыр Уҡлыҡая ҡаршыһында һәйкәл-комплекс төҙөлөшөн башлап, әлеге мәлдә төп өлөшөн эшләүҙә тырышлыҡ һалабыҙ. Красноусол башҡорт гимназия-интернатында сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы ярҙамы менән “Батыр” хәрби-патриотик клубы (етәксе-тренеры - Флорид Ғибаҙуллин) асылып, әүҙем эшләй. 80-гә яҡын бала һәм үҫмерҙе үҙендә туплаған “Батыр” клубы тәрбиәләнеүселәре Рәшит Абдуллин менән Денис Муллагилдин Бөтә Рәсәй ҡатнаш көрәш ярыштарында ҡатнашып, спорт мастеры кандидаты нормаһын үтәнеләр. Быйыл 2 майҙа Мәскәү ҡалаһында ҡатнаш алыш буйынса Халыҡ-ара асыҡ турнирҙа 10 йәшлек йәш “Батыр”лы Динислам Ғизетдинов чемпион исемен яуланы. Был клуб базаһында мәргән уҡсыларҙы әҙерләү менән дә шөғөлләнәбеҙ. Ил сиге һағы ветераны Айрат Миңлебаев етәкселегендә “Йәш армия” (“Юнармия”) ойошмаһы төҙөлөп, әлеге мәлдә унда 160 бала ағза булып тора. Тест һөҙөмтәләре буйынса унда ағзалар ҡабул итеп алына. Штаб етәкселеге уларҙы форма, значоктар менән тәьмин итеүҙә күп көс һала. Күптән түгел, йәғни 23 майҙа Красно-усолда Рәсәй Геройы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов иҫтәлегенә башҡорт хәрби көрәше буйынса “Батырҙар алышы” асыҡ республика турнирын ойоштороп, ойошҡан рәүештә үткәреүгә күп көс һәм тырышлыҡ һалыусылар ҙа сик буйы ғәскәрҙәре ветерандары ойошмаһы. Рес-публикала тәүгеләрҙән булып ҡатнаш алыш батырҙарына билбауҙарҙы (32 дана, билбауҙың бер өлөшөндә – Красноусол, икенсеһендә – Башҡортостан тип яҙылған) Дағстандан эшләтеп алдыҡ. Был турнирҙа ҡатнашып, үҙ йәш төркөмөндә чемпион исеменә лайыҡ булған үҫмерҙәр билбауҙарға лайыҡ булды.
Ветерандар районда патриотик йүнәлештә үткән барлыҡ сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша. Районда 300-ҙән ашыу сик буйы хеҙмәте (йәшел фуражкалылар) ветераны иҫәпләнә. Улар ҡасандыр ҡоро ерҙә һәм диңгеҙҙә илебеҙ сиктәрен уяу һаҡлаған, әле эшләп йөрөйҙәр, балалар үҫтерәләр, ейәндәрен күреп шатланалар. Ветерандарыбыҙҙың дүрт тиҫтәгә яҡыны хәрби-патриотик эштә әүҙемлек күрһәтеүселәр булып тора.
Алдағы пландарға килгәндә, “Хәтер вахтаһы” Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә эҙәрмәндәр отряды төҙөп, уны рәсмиләштереп, отряд ағзаларын асыҡ һауа шарттарында йәшәргә өйрәтеп, билдәһеҙ һалдат ҡәберлектәрен һәм ерләнмәгән яугирҙар кәүҙәләрен эҙләү экспедицияларында ҡатнашыу.
Бөтөн ил сиге һаҡсыларын, ветерандарҙы Сик буйы ғәскәрҙәре көнө менән ҡотлайым. Һаулыҡ, именлек, шатлыҡтар, бәхет теләйем.
Читайте нас в