+9 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Июнь , 13:50

Көндөҙгө ял лагерында

Каникулдар башланыу менән мәктәптәрҙә көндөҙгө йәйге ял лагерҙары ла үҙ эшен башланы.

Красноусолдағы 2-се дөйөм урта белем биреү мәктәбе базаһында урынлашҡан “Дуҫлыҡ” лагерында 150 бала йөрөй. Лагерь начальнигы - Гөлнар Алиева. 21 көнгә иҫәпләнгән программала асыҡ һауала төрлө спорт ярыштары, экскурсиялар, тематик уйындар ойоштороу ҡаралған. Район мәҙәниәт һарайы, үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре балаларҙың ялдары күңелле үтһен өсөн лагерға килеп, төрлө конкурс, уйындар ҙа ойоштора. Шулай уҡ балаларға ике тапҡыр туҡланыу ҙа ҡаралған. Бында балаларҙың көнө файҙалы һәм күңелле үтә.