+6 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Июнь , 10:30

Ағинәйҙәр – башлап йөрөүселәр

2021 йылдың икенсе ярты йыллығына “Табын” район гәзитенә һәм башҡа баҫмаларға ла яҙылыу дауам итә.

Һәр подписка кампанияһы барышында коллектив менән район баҫмаһына яҙылыусылар хаҡындағы мәҡәләләр әленән-әле гәзит биттәрендә донъя күреп тора. Был тәңгәлдә мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм башҡа өлкә хеҙмәткәрҙәре, теге йәки был йәмәғәт ойошмалары ауылдаштарына өлгө күрһәтә. Үзбәк ауылы ағинәйҙәре (һүрәттә) әүҙемлек күрһәтеп, үҙҙәре генә яратҡан гәзиттәренә яҙылып ҡалмай, ауылдаштарын да шуға өндәйҙәр. Күптән түгел һәр сараны башлап йөрөүсе ауыл ағинәйҙәре ауылдаштарын мәҙәниәт йортона йыйып, гәзиткә яҙылыусы көнө үткәрҙе һәм концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Уларҙың был башланғысы хуплауға лайыҡ. Артабан да шулай әүҙем, йәштәргә өлгө булып тороғоҙ, "Табын"дың тоғро дуҫтары булып ҡалығыҙ!
Автор:Индира Ишкина