+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Июнь 2021, 16:55

Йәй ҡыҙының тыуған көнө

Бөгөн шағирә, яҙыусы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Гөлнур ЯҠУПОВАныңтыуған көнө. Ғүмер байрамы менән уны ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!

Хөрмәтле Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы!

Һеҙ - йәй ҡыҙы, бар тирә-йүн күкрәп сәскә атҡан, ҡояш йылы нурҙарын һипкән матур көндә донъяға килгәнһегеҙ. Шуғалыр ҙа һеҙҙең ижад емештәрен бер ауыҙ иткән кеше, башҡа унан айырыла алмай. Тыуған яҡҡа һөйөү менән һуғарылған, ерле материалдарға нигеҙләнеп яҙған әҫәрҙәрегеҙ һәр беребеҙгә яҡын һәм ҡәҙерле, баһалап бөткөһөҙ тормош дәреслеге лә.
Яҙыусы өсөн көн дә, төн дә, ял да юҡ. Һәр ваҡыт ижад өҫтөндә, хистәр донъяһында, һеҙҙең “‘Катындар” романы бик күптәрҙе хайран итте. Әҫәрҙәрегеҙ ябай халыҡтың йөрәк моңон, йәшәү рәүешен сағылдыра, мәңгелектең асылын, оло ҡиммәтен билдәләй.
Тыуған көнөгөҙ менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең шатлыҡ-һөйөнөстәренә ҡыуанып, именлектә, ижад емештәрегеҙҙе тиреп йәшәргә яҙһын.

“Табын” гәзите редакцияһы коллективы.

Автор:Альфия Валиева
Читайте нас в